Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Февраль 2022, 15:45

Ҡәҙерен белегеҙ!

  Һалҡын көндәре менән күптәрҙең күңеленә ятмаһа ла, ҡыш әҙәм балаһының сәләмәтлеге өсөн иң файҙалы осор һанала. Ҡышҡы һауа файҙаһы буйынса диңгеҙ һауаһынан бер ҙә ҡалышмай. Ҡышын һауала кислород йәйгегә ҡарарғанда 30 процентҡа күберәк, тип ышандыра ғалимдар. Өҫтәүенә, һалҡын көндәрҙә һауа туҙандан һәм зарарлы матдәләрҙән дә таҙарына. Ҡышын һауала йөрөү йәйен йүгергәнгә ҡарағанда фигура өсөн күпкә һөҙөмтәлерәк. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һалҡында 15 минут күнегеү яһау йәйге бер сәғәтлек күнекмәне алмаштыра. Һалҡында ҡан әйләнеше, метаболизм яҡшыраҡ, организмда бәхет гормоны (серотонин) һәм эндорфиндар бүленеп сыға. Улар тән тиреһенә ыңғай йоғонто яһай. Һалҡын һауаның кәйефте күтәреүе, дәрт өҫтәүе лә фәнни яҡтан күптән раҫланған. Һалҡынса бинала эшләгәндәр йылыла ултырғандарға ҡарарғанда алдарына ҡуйылған бурысты яҡшыраҡ үтәй, баҡтиһәң. Аҡ төҫ – иң яҡшы психолог. Ул агрессияны кәметергә һәләтле.

 

Һалҡын көндәре менән күптәрҙең күңеленә ятмаһа ла, ҡыш әҙәм балаһының сәләмәтлеге өсөн иң файҙалы осор һанала.

Ҡышҡы һауа файҙаһы буйынса диңгеҙ һауаһынан бер ҙә ҡалышмай. Ҡышын һауала кислород йәйгегә ҡарарғанда 30 процентҡа күберәк, тип ышандыра ғалимдар. Өҫтәүенә, һалҡын көндәрҙә һауа туҙандан һәм зарарлы матдәләрҙән дә таҙарына.

Ҡышын һауала йөрөү йәйен йүгергәнгә ҡарағанда фигура өсөн күпкә һөҙөмтәлерәк. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, һалҡында 15 минут күнегеү яһау йәйге бер сәғәтлек күнекмәне алмаштыра.

Һалҡында ҡан әйләнеше, метаболизм яҡшыраҡ, организмда бәхет гормоны (серотонин) һәм эндорфиндар бүленеп сыға. Улар тән тиреһенә ыңғай йоғонто яһай.

Һалҡын һауаның кәйефте күтәреүе, дәрт өҫтәүе лә фәнни яҡтан күптән раҫланған. Һалҡынса бинала эшләгәндәр йылыла ултырғандарға ҡарарғанда алдарына ҡуйылған бурысты яҡшыраҡ үтәй, баҡтиһәң.

Аҡ төҫ – иң яҡшы психолог. Ул агрессияны кәметергә һәләтле.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: