Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
19 Июнь 2022, 09:55

Әлмира Бикташева: «Кешеләрҙе яратырға кәрәк»

- Кешеләрҙе үлем ҡосағынан йолоп алған саҡтар аҙ булманы. Ҡайҙа ҡына йөрөмәй ҙә, ниндәй генә хәлдәр күрмәй инде медицина хеҙмәткәрҙәре. Ҡышҡы күҙ асҡыһыҙ буранда бала табырға тейеш ҡатынға китеп барғанда, аҙашып, машинабыҙ батып та ҡалғаны булды. Беҙҙе юғалтып, байтаҡ ваҡыттан һуң артыбыҙҙан техника килеп етте етеүен, - тип хәтирәләрен барлай әңгәмәсем.

Әҙәм балаһының ғүмере һағында торған һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәре башҡа һөнәр эйәләренән сабыр, түҙемле һәм кешеләргә ҡарата миһырбанлы була белеүе менән айырыла.

Һүҙебеҙ шундай күркәм кешелек сифаттарына эйә булған, һайлаған һөнәренә тоғро ҡалған, ғүмеренең илле йылын медицинаға бағышлаған гүзәл яҡташыбыҙ Әлмира Бикташева хаҡында булыр.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуып үҫкән ҡыҙ бала сағынан уҡытыусы булырға хыяллана. Әммә әсәһе уны медицина юлынан китергә өгөтләй. Бер ниндәй әҙерлекһеҙ генә Стәрлетамаҡ медицина училищеһына барһа ла, имтихандарын һис ауырлыҡһыҙ уңышлы тапшыра.

- Әсәйем үҙе сирләй ине, шуға күрәлер ҙә минең медицина өлкәһен һайлауымды, ҡыҙының медсестра булыуын теләгәндер, - ти Әлмира Хәсән ҡыҙы, һайлаған һөнәре хаҡында һөйләгәндә.

Яҡын кешеһенең һүҙен тыңлап үҙен һаулыҡ һаҡлау өлкәһе менән бәйләһә лә, был аҙымы өсөн бер генә тапҡыр ҙа үкенгәне булмай уның. Училищены тамамлағас, 1970 йылда йүнәлтмә буйынса, Мәләүез районына эшкә ебәрелә. Өс йыл Әбет ауылында эшләй, шул йылдарҙа тормошҡа сыға. 1973 йылда Бикташевтар ғаиләһе Мәләүезгә күсә. Район дауаханаһының врачҡа тиклем ҡаралыу кабинетында фельдшер була, һуңынан ашығыс ярҙам бүлегенә урынлаша. Унда 17 йыл эшләй Әлмира Хәсән ҡыҙы.

- Кешеләрҙе үлем ҡосағынан йолоп алған саҡтар аҙ булманы. Ҡайҙа ҡына йөрөмәй ҙә, ниндәй генә хәлдәр күрмәй инде медицина хеҙмәткәрҙәре. Ҡышҡы күҙ асҡыһыҙ буранда бала табырға тейеш ҡатынға китеп барғанда, аҙашып, машинабыҙ батып та ҡалғаны булды. Беҙҙе юғалтып, байтаҡ ваҡыттан һуң артыбыҙҙан техника килеп етте етеүен, - тип хәтирәләрен барлай әңгәмәсем.

«Ашығыс ярҙам»да эшләгәндәрҙән таһыллыҡ һәм етеҙлек талап ителеүе бер кем өсөн дә сер түгел. Ғүмерҙең минуты ғына түгел секунды ҡәҙерле булған осраҡтарҙа юғалып ҡалырға ярамай. Юл-транспорт фажиғәләренә,тормошта була торған төрлө күңелһеҙ осраҡтарға йыш сығырға тура килә Әлмира Хәсән ҡыҙына.

- Беҙҙең бүлектәге мөхит өйҙәгеһенән һис кенә лә айырылманы, дуҫ, татыу коллективта бер ғаилә кеүек йәшәнек һәм эшләнек,- тип үҙенең элекке хеҙмәттәштәрен йылы һүҙҙәр менән иҫкә ала Әлмира Хәсән ҡыҙы.

Өйөндә иһә уның еңел булмаған хеҙмәтен аңлаған, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған ире - Миңлеәхәте була. Улар ике бала тәрбиәләп үҫтерә. Бөгөн Светлана ҡыҙҙары Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәй, сит телдәр уҡытыусыһы булып эшләй, өс бала әсәһе. Самат ғаиләһе менән Ташлыкүлдә төпләнгән, иркен һәм күркәм өй һалып сыҡҡан. Ғаилә башлығы Миңлеәхәт ағайҙың иһә баҡыйлыҡҡа күсеүенә байтаҡ йылдар уҙған (урыны йәннәттә булһын. - авт.) 

Ямғыр тимәй, ҡар тимәй, сирлеләр янына ашыҡҡан Әлмира Хәсән ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас та, байтаҡ йылдар мәрхәмәтле һөнәренә хеҙмәт итә.

- Медицинала эшләр өсөн үҙеңә күҙ төбәп килгән сирлеләрҙе яҡының, туғаның кеүек ҡабул итергә, ауырыуҙың хәленә инә белергә, ғөмүмән, кешеләрҙе яратырға кәрәк. Хаҡлы ялда булһам да, һаман ярҙам, кәңәш һорап мөрәжәғәт иткәндәр байтаҡ әле, - тип йылмая әңгәмәсем.

Ярты быуат ғүмерен ер йөҙөндәге иң мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһенә бағышлаған, халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт иткән Альмира Бикташева кеүек башҡаларға кәрәк һәм терәк булып йәшәүҙән дә оло бәхет бармы икән был донъяла?

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотоһы.  

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: