Конгэк
+14 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
13 Сентябрь 2022, 14:30

Күңел ҡояшығыҙ һүрелмәһен

Түбәндәге бер нисә кәңәш һеҙгә ошо хәлдән арынырға, көҙҙөң һәр көнөн ҡәнәғәтлек менән үткәрергә ярҙам итер:

Күңел ҡояшығыҙ һүрелмәһен
Күңел ҡояшығыҙ һүрелмәһен

Ҡояшҡа бай йәй миҙгеле күҙ асып йомған арала үтеп китте. Уға алмашҡа һалҡын, елле-ямғырлы көҙ килде. Алтынһыу-ҡыҙғылт, сағыу һары төҫтәргә бай көҙҙө үҙ итеүселәр ҙә юҡ түгел. Ә шулай ҙа, ул беҙҙе оҙайлы ҡышҡа әҙерләгән, күңелдәрҙе моң-һағышҡа һалған миҙгел булараҡ ҡабул ителә. Тап шул осорҙа көслө арыу, насар кәйеф, йоҡоһоҙлоҡ кеүек күренештәр күҙәтелә. Түбәндәге бер нисә кәңәш һеҙгә ошо хәлдән арынырға, көҙҙөң һәр көнөн ҡәнәғәтлек менән үткәрергә ярҙам итер:

  1. Яҡтылыҡ етерлек кимәлдә булырға тейеш. Уның етмәүе организмға кире йоғонто яһамай ҡалмай. Шуға ла ҡояшлы көндәрҙе урамда үткәрергә тырышығыҙ. Кистәрен иһә һүрән ут яҡтыһында телевизор ҡарауҙан, китап уҡыуҙан баш тартығыҙ. Киреһенсә, йортоғоҙҙа өҫтәмә яҡтылыҡ булдырыуҙы хәстәрләгеҙ.
  2.  
  3. Туҡланыуға иғтибар итегеҙ. Күркә ите, банан, һөт ризыҡтарына өҫтөнлөк бирегеҙ. Айырыуса бутҡа файҙалы. Шоколад, какао ла кәйефте күтәреүгә булышлыҡ итә.
  4.  
  5. «Депрессив аҙыҡ» тарҙан баш тартығыҙ. Улар исемлегенә фастфуд, чипсы, ярымфабрикаттар, ҡыҙҙырылған ризыҡтар инә.
  6.  
  7. Төрлө дарыуҙар эсеүҙән һаҡланығыҙ. Улар урынына үлән сәйҙәре эсегеҙ. Бигерәк тә гөлйемеш, бөтнөк, йүкә сәскәһе ҡушып әҙерләнгәндәре файҙалы.
  8.  
  9. Ял итегеҙ. Көсөгөҙ бөтөүен, хәл-торошоғоҙ насарайыуын тойһағыҙ, үҙегеҙгә ял ойоштороғоҙ. Отпуск алып, йылы яҡҡа барып ҡайтығыҙ. Ундай мөмкинселек булмаһа, мунсаға йөрөгөҙ, еҫле майҙар менән массаж эшләтегеҙ.
  10.  
  11. Көҙҙөң йонсоу көндәрен яңғыҙлыҡта, йылы юрғанға төрөнөп ятып үткәреүҙән баш тартығыҙ. Ваҡытығыҙҙы яҡындарығыҙ янында үткәрегеҙ.

Йоҡоғоҙ туйғансы йоҡлау, спорт менән шөғөлләнеү, йырҙар тыңлау,  күңелегеҙгә яҡын шөғөл менән булыу ҙа һеҙгә ыңғай тәьҫир итер. Гөлдәр үҫтереү, тәмле ризыҡ бешереү,  ижад менән шөғөлләнеү ҙә тик файҙаға ғына булыр. Уйҙарығыҙҙы тик ыңғай яҡҡа көйләргә тырышығыҙ. Ҡояш йылыһына һаран миҙгелдә күңел ҡояшығыҙ ғына һүрелмәһен!

Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА әҙерләне.

Автор фотоһы.

 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: