ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
14 Ғинуар , 07:46

ҺОЛОНОҢ ФАЙҘАҺЫ

Инәйем улын ерләгәндән һуң бик ҡаты ауырый башланы: аяҡ-ҡулдары ҡалтырай, көскә атлап йөрөй, баҫып торғанда ла берәй нәмәгә таяна.

ҺОЛОНОҢ ФАЙҘАҺЫ
ҺОЛОНОҢ ФАЙҘАҺЫ

Шул саҡ уға танышы бер рецепт тәҡдим иткән: «Һиңә һоло ғына ярҙам итәсәк. Бер тоҡ һоло ал һәм уны күренгән урын­ға ҡуй. Көн һайын өс литр һыуға 9 ҡалаҡ һоло һалып, шуны бер сәғәт талғын утта бешер, төнгөлөккә плитаның ситендә ҡалдыр, шул килеш быҡһын. Көндөҙ күпме теләйһең, шул тиклем ошо төнәтмәне эсергә мөмкин. Иң мөһиме – эсеп бөтөргә кәрәк».

Инәйем шулай итте лә. Тоҡтоң яртыһы бөтөүгә аяҡ-ҡулдары ҡалтырау­ҙан туҡтаны, аҙымдары ышаныслыраҡ була башланы. Шуға ҡарамаҫтан, тоҡтағы һоло бөткәнсе төнәтмәне эсеүен дауам итте. Инәйем 90-ды үткәнсе йәшәне. Ғүмер буйы шул танышына рәхмәт уҡыны. Ошо хәлде иҫләп, мин дә һоло менән ҡыҙыҡһынғайным. Һоло В төркөмө витаминдарына, ферменттарға, шифалы минераль матдәләргә бай. Уның төнәтмәһе менән, ысынлап та, нервы системаһын, йөрәкте, бауырҙы, ашҡаҙан-эсәк трактын дауалайҙар. Һоло һаламы төнәтмәһенән ванналар фалиждан, ревматизмдан, дерматиттан ярҙам итә.
Хәлиҙә.

Салауат районы.

(“Йәшлек” гәзите сайтынан).

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: