ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
1 Февраль , 10:38

КЕМДЕҢ ҠАЙҘА МИҢЕ БАР? ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ

Меланоманы “яман шештәрҙең батшаһы” тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр. Онкология сирҙәре араһында иң алдынғы урынды биләй ул.

КЕМДЕҢ ҠАЙҘА МИҢЕ БАР? ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ
КЕМДЕҢ ҠАЙҘА МИҢЕ БАР? ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ

Шуға күрә йыш ҡына тәндә миң йәки башҡа төрлө шеш кеүек әйберҙәр сыҡмағанмы икәнлеген тикшереп торорға кәрәк. Миңдең ҡурҡынысмы йәки түгелме икәнлеген билдәләү өсөн махсус алым бар. Ул ABCDE тип атала. Был аббревиатуралағы һәр хәреф (инглиз телендә) нимәгә иғтибар итергә кәрәклекте аңлатҡан төп билдәне белдерә.

🔹A - асимметрия. Миң төрлө яҡҡа тарала. Әгәр миң уртаһынан урталайға үлсәп ҡараһаң ике ярты яҡ та тигеҙ булмаһа уйланырға урын бар. Тигеҙ булһа, ҡурҡыныс түгел.

🔹B - ситтәре тигеҙ түгел. Ул төрлөсә, йә өҙөлөп киткән кеүек, асыҡ түгел. Был – меланоманың төп билдәһе. Миңдең сите тигеҙ икән, хәүефләнмәһәгеҙ ҙә була.

🔹C - төҫ. Миңдә ҡара, ҡыҙыл йәки башҡа төҫтәр барлыҡҡа килһә, хәүефләнергә урын бар.

🔹D - диаметр. Әгәр миңдең диаметры 6 мм-ҙан ҙур икән, белгес менән кәңәшләшергә кәрәк.

🔹E - үҙгәреш. Әгәр миңдең төҫө, ҙурлығы, формаһы үҙгәрһә, дерматологҡа мотлаҡ күренегеҙ. Миң бер ҡасан да үҙгәрергә тейеш түгел.

Тәнегеҙҙә миң булһа, даими рәүештә ҡарап тороғоҙ. Был айырыуса нәҫелендә яман шеш менән ауырығандарға ҡағыла.

Маргарита УТИЦКАЯ,

Мәләүез үҙәк район дауаханаһы медицина профилактикаһы бүлексәһе мөдире.

фото: 

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: