ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Февраль , 17:22

Аҡ ашаған арымаҫ

Башҡорттарҙа «аҡ ризыҡ»ҡа табыныу өҫтөнлөк алған. Яуға киткәндәрҙе, юлға сыҡҡандарҙы, унан ҡайтҡандарҙы аҡ риыҡ — һөт, ҡатыҡ, айран, ҡымыҙ менән оҙатыу һәм ҡаршы алыу йолаларында сағыла. Аҡ — сафлыҡ, изгелек билдәһен аңлатҡан.

Аҡ ашаған арымаҫ
Аҡ ашаған арымаҫ

*Һыйыр көнөнә уртаса 90 стакан һөт бирә. Был – үҙ ғүмеренә 200 000 стакан тигән һүҙ.
*Һөттө пастеризациялау XIX быуатта башлана. Был бик күп эпидемияларҙан ҡотҡарған.
*Күп илдәрҙә һөт бензиндан ҡиммәтерәк.
*1964 йылда һөттө беренсе тапҡыр ҡағыҙ упаковкаға һала башлайҙар.
*10 литр һөттән 1 килограмм сыр яһап була.
*1864 йылғаса, һауым аппараттары ғәмәлгә ингәнгә тиклем, фермерҙар сәғәтенә 6 һыйыр һауғандар. Бөгөн 1 сәғәткә 100 һыйыр һауалар.
*Һыйыр еленендә 11-30 литр һөт бар.
*1 стакан һөт ул – 25 процент кальций, 22 процент В2 витамины, 21 процент Д витамины, 18 процент фосфор, 15процент В12 витамины, 13,5 процент акһым, 11 процент селен, 9 процент калий.
*Һөт продукттары ҡулланыу остеопороз, йыуан эсәк рагы, гипертония һәм диабет ауырыуҙарынан һаҡлай, ти белгестәр.
*Фитнес менән шөғөлләнеүселәргә лә һөт эсеү кәңәш ителә. Көнөнә ике стакан һөт эскән кеше тренировкаларҙа мускулдары ла яҡшыраҡ үҫешә.

Аҡ ашаған арымаҫ
Аҡ ашаған арымаҫ
Автор:Лилия Арсланова
Читайте нас: