ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
20 Март , 17:02

ҺОЛО ФАЙҘАҺЫН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

Һолоноң файҙаһы тураһында күп яҙалар. 

ҺОЛО ФАЙҘАҺЫН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?
ҺОЛО ФАЙҘАҺЫН БЕЛӘҺЕГЕҘМЕ?

Әммә уның яҙғы витамин етмәгән ваҡытта бына тигән сара икәнлеген беләһегеҙме? Ошондай эсемлек яһап эсһәгеҙ, хәл ингәнен шунда уҡ тойорһоғоҙ. Ул теш эмален дә нығыта, ҡандағы холестеринды ла кәметә.

Эсемлектең рецебы ябай ғына: 3 литрлы банкаға 400 грамм йыуылған һоло (дарыуханала һатыла), 2-3 ҡалаҡ шәкәр шәкәр һәм йылымыс һыу ҡойорға ла, өҫтөн ябып, әсегәнсе бүлмә температураһында тоторға. Бүлмә йылы булһа, 2 көндә әсеп сыға. Эсемлекте теләгән ваҡытта эсергә мөмкин.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: