Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
25 Март , 13:54

ӘБҮҒӘЛИСИНА

һАУЛЫҠ ТУРАҺЫНДА ӘБҮҒӘЛИСИНА ШУЛАЙ ТИГӘН:"Ваҡытында һәм сама менән физик культура эшләгән кеше бер ниндәй ҙә дауаланыуға мохтаж түгел". Башҡа аҡыл эйәләренең һүҙенә лә ҡолаҡ һалайыҡ әле.

ӘБҮҒӘЛИСИНА
ӘБҮҒӘЛИСИНА

Һаулыҡ - иң ҙур байлыҡ. Быны йыш ҡына уны юғалтҡас ҡына аңлайһың. Башҡа нәмәне һатып алып та була. Ә сәләмәтлекте бер ниндәй аҡсаға ла табып булмай. Кемдер, бәлки, аҡсаң булһа, бөгөн һаулыҡты һатып алырға мөмкин, тиер. Эйе, дарыуханаларҙа хәҙер ниндәй генә дарыу юҡ. Әммә улар бер ереңде дауалаһа, икенсеһенә зыян килтерә. Шуның өсөн һаулыҡты йәштән хәстәрләү мөһим. Бының өсөн, тәү сиратта, физик әүҙем булыу, хәрәкәт итеү мотлаҡ. Физкультура һәм спорттың роле ҙур булыуын аҡыл эйәләре, ғалимдар, фәйләсуфтар ҙа билдәләй.

 

Буҫтау баҫыусылар буҫтауҙы саңын ҡағып таҙартҡан кеүек, гимнастика ла организмды шулай уҡ таҙарта.

(Гиппократ).

Һимеҙ тән – артыҡ йән.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

Гимнастика - ул медицинаның бер өлөшө.

(Платон).

Сәләмәт булғанда йүгермәһәң, ауырығас йүгерергә тура килә.

(Г.Флакк).

Тәнгә - физик күнекмә, мейегә китап уҡыу кәрәк.

(Д.Аддисон).

Эшкә һәләтлелек, һаулыҡ һәм яҡшы кәйеф оҙаҡ йылдарға етһен тиһәгеҙ, гимнастика, йәйәү йөрөү, физик күнегеүҙәр көндәлек тормошоғоҙға ныҡлы үтеп инергә тейеш.

(Гиппократ).

Ағасҡа ҡороған япраҡтарын ҡойоу өсөн көслө ел, ямғыр нисек кәрәкһә, кешегә лә көслө хәрәкәт, етди күнекмә һәм эш кәрәк.

(Д.Аддисон).

Беҙ, материалистар, физик культураның әһәмиәте ҙур булыуын аңларға тейеш.

(А.Луначарский).

Сәләмәтлекте һаҡлау, ауырыуҙы иҫкәртеүҙә - физик күнекмә иң яҡшыһы.

(М.Мудров).

Көн һайын мотлаҡ рәүештә гимнастика эшләгеҙ, көсләп булһа ла, хәрәкәт итегеҙ. Был - бик мөһим.

(В.Ленин).

Ҡартлыҡҡа ҡаршы көрәштә иң һөҙөмтәле юл - хәрәкәт.

(В.Гориневский).

Физик йәһәттән ныҡ кеше яҡшыраҡ йәшәй.

(М.Калинин).

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: