ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
26 Март , 15:20

Спорт миҙгелен яҡшы күрһәткестәр менән яптылар

Уларҙы ҡышҡы миҙгелде яҡшы тамамлауы менән ҡотлайбыҙ, спортта уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Спорт миҙгелен яҡшы күрһәткестәр менән яптылар
Спорт миҙгелен яҡшы күрһәткестәр менән яптылар

Өфө ҡалаһында Мәжит Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында саңғы ярыштары буйынса Башҡортостан республикаһы чемпионаты үтте. Мәләүез ҡалаһының 4-се мәктәп уҡыусыһы  Арина Журавлева яҡшы һөҙөмтәләре менән ҡыуандыра. 7,5 км дистанцияла Арина 3-сө урынды яуланы. Йәш спортсы ауыр һауа шарттарында үҙенең иң яҡшы һәләтен күрһәтеп, бронза миҙалға лайыҡ булды, республиканың иң көслө саңғысыларының береһе булыуын иҫбатланы. Аринаны һәм уның тренеры  Радик Байгилдинды ҡышҡы миҙгелде яҡшы тамамлауы менән ҡотлайбыҙ, спортта уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ.

Спорт миҙгелен яҡшы күрһәткестәр менән яптылар
Спорт миҙгелен яҡшы күрһәткестәр менән яптылар
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: