ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Һаулыҡ һаҡлау
17 Апрель , 05:45

БАУЫРҘЫ НИСЕК ТАҘАРТЫРҒА?

Был эсемлек бауырҙан токсиндарҙы сығарып, организмды витаминдар менән туҡландыра, дөйөм хәлде яҡшырта.

БАУЫРҘЫ НИСЕК ТАҘАРТЫРҒА?
БАУЫРҘЫ НИСЕК ТАҘАРТЫРҒА?

Уны әҙерләү өсөн кәрәк:
Бер ус яңы өҙөлгән бөтнөк (мята) япрағы,
бер лимондың һуты,
бер әфлисун һуты,
өс ҡалаҡ бал,
бер литр һыу.

Утта йылытылған һыуға бөтнөк япрағын һалып, һүлпән утта биш минуттай ҡайнатабыҙ. Шунан, утты һүндереп, һыуҙы бүлмә температураһына саҡлы һыуытабыҙ. Шунда берәр лимон һәм әфлисундың һутын, бал ҡушып яҡшылап болғатабыҙ ҙа һөҙөп алабыҙ. Шифалы төнәтмә әҙер! Был эсемлек ағыуланыу осрағында ла килешә, ашҡаҙан-эсәк юлына ла яҡшы тәьҫир итә, һыуһынды ла ҡандыра.

Бауырҙы таҙартыу өсөн көнөнә бер стакан ас килеш эсеү кәңәш ителә.

Әлбиттә, һәр осраҡта ла алдан табип менән кәңәшләшергә онотмаҫҡа кәрәк! Сәләмәт булайыҡ!

"Башҡортостан" гәзите сайтынан.

Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: