Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ноябрь 2016, 13:31

ЭКО буйынса быҙауҙар һәм голланд картуфлы кооператив

Фәнгә таянып үҫемлекселек, малсылыҡ һәм картуф үҫтереү буйынса районда ғына түгел, республика кимәлендә танылыу алған Салауат исемендәге кооператив малсылыҡ тармағында тағы бер үҙенсәлекле һәм әлегә республикала бер хужалыҡ та тотоноға йөрЬәт итмәгән яңылыҡты һынаны.

Фәнгә таянып үҫемлекселек, малсылыҡ һәм картуф үҫтереү буйынса районда ғына түгел, республика кимәлендә танылыу алған Салауат исемендәге кооператив малсылыҡ тармағында тағы бер үҙенсәлекле һәм әлегә республикала бер хужалыҡ та тотоноға йөрЬәт итмәгән яңылыҡты һынаны.



Рәсәйҙең бер нисә төбәгендә һыйырҙы ЭКО (экстракорпораль аталандырыу ысулы) ярҙамында аталандырыу ҡулланыла. яһалма таландырыу йылына бер тапҡыр үрсем алырға мөмкин ЭКО ярҙамында был күрһәткесте арттырыу мөмкинлеге бар. Ғинуар айында генетик яҡтан ҡиммәтле һаналған 95 эмбрионды урындағы һыйырҙарға трансплантациялағандар, йәғни күсергәндәр. Бөгөн фермала ошондай ысул менән тыуған быҙауҙар үҙҙәрен яҡшы тоя. “Тимәк, тәжрибә уңышлы үтте, - ти баш зоотехник Флүр Әхмәлетдинов. - Был беҙгә көтөүлекте яңыртырға һөт һауыу күрһәткесен тағы ла күтәрергә мөмкинлек бирә. ЭКО буйынса алынған быҙауҙарҙы тәжрибәле быҙау ҡараусы Гөлназ Әсфәндиәрова тәрбиәләй.”.


Бында ремонтланмаған, ҡул көсө ҡулланылған малсылыҡ объекты юҡ, һуңғы йылдарҙа “500 ферма” республика программаһы сиктәрендә 4 яңы ферма төҙөлгән. Йыл дауамында Свердловк өлкәһенән һәр береһе 169 мең һумлыҡ 139 баш ҡара-сыбар таналар һатып алынған, был эш киләсәктә лә дауам итәсәк.


“Бөгөн ике фермала 2500 баш аҫрала. Һауыу залы, ял бүлмәһе, белгестәр өсөн айырым кабинеттар - бөтәһе лә тырышып эшләү өсөн стимул. Эш хаҡы юғары, өҫтәмә түләүҙәр ҡаралған. Әлбиттә, тәртип тә ҡәтғи. Беҙ тоҡомсолоҡ хужалығы булараҡ теркәлгәнбеҙ, маҡсатыбыҙ - тоҡомсолоҡ заводы статусы алыу, бының өсөн беҙҙә шарттар бар. Ике фермала тәүлегенә 12 мең тонна һөт һауыла. Юғары күрһәткес өсөн талаптар күп, әммә генетика өҫтөндә эшләү, баланслы мал аҙығы - беренсе урында, мал аҙығы әҙерләү цехы булдырыу мөһимлеген дә күҙ уңында тотабыҙ. Бөгөн хужалыҡта мал аҙығы 26 параметр буйынса әҙерләнә. Тәбиғәткә бойороп булмай - ҡабатланып торған ҡоролоҡ үҙ төҙәтмәһен индерҙе, сираттағы миҙгелдә үҫемлекселектән уртаса уңыш кимәле гектарынан 30 центнер тәшкил итте, картуфтыҡы ла көтөлгәндән түбәнерәк булды.


Машина-трактор паркы даими яңыртыла, был заман талабы, унда эшләргә үҙебеҙҙең кадрҙар бар.


Киләһе йыл уңышы өсөн ер әҙер, бөгөн 450 тонна ашлама тупланыҡ, сөгөлдөр сәселәсәк майҙан ҡоро аммиак менән ашламалана, был ысулды районда “Старт” фермер хужалығы ғына ҡуллана ине, беҙ уларҙың тәжрибәһен үҙебеҙҙә һынап ҡарарға булдыҡ”, - тине кооператив етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин.


Һабаш фермаһы мөдире Илгиз Игебаев та һыйырҙың һөтө - телендә икәнлеген яҡшы белә. “Малсыларҙың эш шарттарына зарланғандарын ишеткәнем юҡ, был мөмкин дә түгел. Һәр кем үҙ эшен яҡшы белә. Ике ферма буйынса һөт һауыу күрһәткесе 9 айҙа 2500 мең тонна тәшкил итте”,- ти ул.


ЭКО ысулы буйынса быҙаулатыу селекция йәһәтенән перспективалы йүнәлеш кенә түгел, финанс йәһәтенән дә арзан, сөнки эмбрион хаҡы, тоҡомло мал һатып алыуға ҡарағанда 2-5 тапҡыр осһоҙға төшә. Беренселәрҙән булып голланд картуфы үҫтергән, тоҡомсолоҡ эшен яйға һалған Салауат исемендәге хужалыҡ беҙҙе тағы ниндәй асыш менән ғәжәпләндерер - уныһын ваҡыт күрһәтер.
Читайте нас: