ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ноябрь 2016, 12:58

Үҙ көсөбөҙгә ышанабыҙ

Агрофирманың күп йыллыҡ эш тәжрибәһе бар. Малсылыҡ,үҫемлекселек йүнәлеше бергә алып барыла. Хужалыҡтың дөйөм ер майҙаны 1580 гектар тәшкил итә, мал аҙығы һәм уның сифатына иғтибар ҙур. Әлегә тиклем яңы мал фермаһы төҙөү бары тик планда ғына булһа ла, киләсәктә заманса объект төҙөү мөмкинлеге бар. Мал һаны - 450 баш, бер баш һауын һыйырынан 17-18 литр һөт һауыла. Көҙгө-ҡышҡы осорға һарайҙар ремонтланған, ағартылған. Мал аҙығы йылдағыса артығы менән тупланнған: 3 мең тонна сенаж, 2 мең тонна бесән ферма биләмәһенә килтерелгән. Әминә Байморатова, Рәлиә Бикташева, Альбина Кәримова, Илмира Иҫәнова, Фәнүзә Ханнановаларҙың тырышлығы, үҙ эшенә яуаплы ҡарауы һөт кимәлен арттырыу, үрсем алыуға булышлыҡ итә. Селекция буйынса эш алып барыла, көтөүлектәр яңыртыла.

Хужалыҡта тәжрибәле механизаторҙар Раил Смаҡов, Йәмил Бикҡужиндар хөрмәткә лайыҡ. Техника ҡышҡы осорға ремонтланған. “Нурлы” агрофирмаһы үҙендә эшләгәндәргә ер участкаһы бүлеү, артабан йорт төҙөү буйынса эшләй. Риф Иҫәнов, Радик Әхмәтов, Илнур Ҡотлоюловтар миҙгелде юғары күрһәткес менән тамамлауға иреште.

Техника һатып алына, иҫкеләре файҙаланыу ваҡыты үтеүгә ҡарамай, ваҡытында ремонтланғас, хеҙмәт итә. Хужалыҡтың таҡта ярыу пилорамаһы бар, уның ауыл халҡына ярҙамы ҙур.

Киләсәк план-маҡсаттар - ферма төҙөү, хеҙмәт шарттарын еңеләйтеү. Шулай уҡ йылҡысылыҡты үҫтереү, милли эсемлек етештереү ҙә күҙаллана. Эске ихтыяжға ҡулланыуға һарыҡ үрсетелә.

Хужалыҡ эскелеккә ҡаршы көрәш алып барыуы менән танылыу яулаған, бөгөн бында иҫерикес эсемлек ҡулланған, ошо сәбәпкә бәйле хеҙмәт тәртибен боҙғандарҙы осратыу мөмкин түгел.

“Нурлы” агрофирмаһы хеҙмәтсәндәре һөнәри байрамды юғары хеҙмәт күрһәткестәре менән ҡаршылай. Татыу коллектив тәбиғәт шарттарына ҡарамай, яңы үрҙәр яулау теләге менән йәшәй һәм эшләй.
Читайте нас: