ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Ғинуар 2017, 12:44

Ауыл хужалығы - өҫтөнлөклө тармаҡ

Ауыл хужалығы сәнәғәте үҫеше - республика һәм Рәсәйҙең өҫтөнлөклө иҡтисади сәйәсәте йүнәлеше. Беҙҙең аграрийҙар - республикала заманса технологиялар индереү, алдынғы эш ысулы ҡулланыу буйынса беренселәр исемлегендә. Был ҡоролоҡ йылдарында ла яҡшы уңыш алыуға булышлыҡ итте.

Ауыл хужалығы сәнәғәте үҫеше - республика һәм Рәсәйҙең өҫтөнлөклө иҡтисади сәйәсәте йүнәлеше. Беҙҙең аграрийҙар - республикала заманса технологиялар индереү, алдынғы эш ысулы ҡулланыу буйынса беренселәр исемлегендә. Был ҡоролоҡ йылдарында ла яҡшы уңыш алыуға булышлыҡ итте.



Республикала бөртөклөләр, көнбағыш, шәкәр сөгөлдөрө, ит һәм һөт етештереү буйынса алдынғылар исемлеген лайыҡлы биләйбеҙ. Йыл башынан 11 ай йомғағы буйынса бөтә төр хужалыҡтар буйынса етештерелгән тулайым продукция күләме 6,2 миллиард һум тәшкил итте, уҙған йыл менән сағыштырғанда - 87 процент.


Йыл, тәбиғәт шарттарына бәйле, уңышлы уҡ булманы. Шуға ҡарамаҫтан, күп өлкәлә күрһәткестәр шатландырҙы. Аграрийҙар гектарынан уртаса 23 центнер иген йыйып, 130 мең тоннаға уңыш тапшырҙы.


“Ашҡаҙар”, Салауат исемендәге кооператив, “Дружба” йәмғәте игенселәре алдынғылар исемлеген яуланы, улар гектар ҡеүәтен 27 центнерға еткереүгә өлгәште.”Старт” фермер хужалығы,”Акшенцев” хужалығында был күрһәткес 29 центнер тәшкил итеп, урып-йыйыу кампанияһы барышында лидер исемен яуланы.


Хужалыҡтарҙа 19 мең тонна көнбағыш һуғылды, уртаса гектар ҡеүәте 13,7 центнер тәшкил итте, ә “Ашҡаҙар”, Салауат исемендәге кооператив, “Дружба” йәмғиәте аграрийҙары был һанды тағы ла арттырҙы.


Шәкәр сөгөлдөрө уңышы 75 мең тонна тәшкил итте(гектар ҡеүәте 279 центнер).”Мәләүез” фәнни-етештереү берекмәһе, Салауат исемендәге кооператив, “Старт” крәҫтиән хужалығы, “Акшенцев” хужалыҡтары “татлы тамыр”үҫтереү һәм йыйыуҙа тәжрибә туплаған хужалыҡтар исемлеген лайыҡлы биләй.


Киләһе йыл уңышына 20 мең гектар ер туңға һөрөлдө, 10,6 мең гектарҙа ужым культураһы сәселде. Бөгөн һаҡлауға һалынған орлоҡтоң 12 процентын элиталы орлоҡ тәшкил итә.


Хужалыҡтар тулыһынса мал аҙығы менән тәьмин ителде. Бер баш шартлы баш малға 30 центнер аҙыҡ берәмеге тура килә. Дәүләт тарафынан күрһәтелгән финанс ярҙамы ауыл хужалығы тармағын техник һәм технологик йәһәттән үҙгәртеп ҡорорға ярҙам итә. Йыл башынан республика бюджетынан эшкәртеүсе һәм ауыл хужалығы тармағына 560 миллион һум аҡса бүленде.


Заманса технологиялар ҡулланыуҙа ла район аграрийҙары алдынғы урында. Һуңғы биш йылда машина трактор паркы 700 берәмек күп функциялы техникаға тулыланды. Йыл башынан 370 миллион һумлыҡ техника һатып алдыҡ, был республика буйынса яҡшы күрһәткес. Тап ошо техника хужалыҡтарҙа “ноутилл” технологияһы буйынса ер эшкәртеү системаһына күсергә булышлыҡ итте.


Хужалыҡтар “500 ферма” республика программаһында ҡатнашты, был ваҡыт эсендә 3050 баш мал өсөн 14 малсылыҡ объекты төҙөлдө һәм үҙгәртеп ҡоролдо. Райондың көслө хужалыҡтарында заманса уңайлыҡтары булған һауыу залдары сафҡа тапшырылды.”Ашҡаҙар” предприятиеһында 320 баш, һәм “Иҙел” агрофирмаһында 160 баш малға ферма төҙөлдө. Был - малсыларҙың хеҙмәтен еңеләйтеү һәм етештереүсәнлекте арттыруға булышлыҡ итте.


Районда крәҫтиән-фермер хужалыҡтары үҫешә. Бөгөн бөтә сәсеүлек майҙандарының 27 процентын тәшкил итә. Ғаилә малсылыҡ фермалары ла үҫешә. Эш башлаған фермерҙарға республика Гранты тапшырыла. Ярҙамсыл хужалыҡтар ҙа әүҙем эшләй. Республика Хөкүмәте тарафынан яңы механизм, эш итеү ысулдары ҡулланыла.


Йыл тамамлана, әммә алда эш бихисап, тармаҡ шуныһы менән мауыҡтырғыс. Икмәк үҫтергән, ит-һөт етештергән, яңы сорттар уйлап тапҡан, ферма төҙөгән агросәнәғәт комплексы хеҙмәтсәндәренең бөтәһенә лә рәхмәтлебеҙ. Беҙ киләсәкте бергәләп төҙөйбөҙ!
Читайте нас: