Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Октябрь 2017, 14:36

Дан йырлайыҡ ялан батырҙарына

Баҫыуҙа ла йырға урын барАптраҡмәҙәниәт йорто үҙешмәкәрҙәре “Мәсәғүтов” фермер хужалығы хеҙмәтсәндәре алдындаконцерт номерҙары менән сығыш яһаны. Баҫыу киңлеген иңләгән комбайнсыларҙыңтөшкө аш мәлен тура килтереп, ауыл артистары улар алдында йыр-моңға тулыпрограмма тәҡдим итте.

Ҡарабойҙай культураһы уңышын йыйған, ужым сәсеүҙә ҡатнашҡан механизаторҙар, ырҙын табағында эшләгәндәр агитбригада ағзаларына рхмәт белдерҙе. Шулай уҡ быйыл башлап картуф сәскән ауыл эшсәндәре лә сығыштарҙы яратып ҡабул итте.
Дан йырлайыҡ ялан батырҙарына
Ерек, Эткөсөк, Боһорман, Восточный, Әбет мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре уңыш өсөн көрәшкән ялан батырҙарына музыкаль сығыш бүләк итте. Игенсеме, малсымы - ул йыл дауамына ал-ялһыҙ эшләп, республика бураһына тос өлөш индерә. Улар маҡтауға лайыҡ. Үҙешмәкәр артистар ҡулына икмәк еҫе һеңгән маҡтаулы һөнәр эйәләренә дан йырланы.
“Иҙел” агрофирмаһына сәйәхәт ойоштороласағы тураһында белгәс, Ҡыҙрай башланғыс мәктәбе уҡыусылары икмәк, игенсе тураһында шиғырҙар ятланы, мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен өйрәнде. Хәҙер улар “Икмәк бөтәһенә лә баш!” тигән һүҙҙәрҙең бушҡа ғына әйтелмәүен яҡшы белә.
Читайте нас: