Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
31 Октябрь 2017, 12:43

Йыйылған игенде һаҡлау – стратегик бурыс

Быйыл мул уңыш һөйөндөрҙө лә, мәшәҡәт тә тыуҙырҙы Мәләүез “Элеватор” йәмғиәте баҙар иҡтисадына ярашлы, төрлө йүнәлештә эш алып барһа ла, төп фунцияһы булып иген һаҡлау тора.

Ауыл хужалыҡтары тарафынан 32 мең тонна бойҙай, 5 мең тонна арыш, 5,5 мең тонна арпа, 2 мең тонна ҡарабойҙай, 4,5 мең тонна көнбағыш һаҡлауға һалынған. Бөгөн көнбағыш, ҡарабойҙай ҡабул ителә, келәткә тултырыла. Планлаштырылған 3 мең тонна бойҙайҙың 2 меңе һалынған. Көнбағыш 18 мең тонна, әлегә 4,5 мең тонна һалынған. “Булған бар мөмкинлекте файҙаланырға тырышабыҙ, сөнки ауыл хужалыҡтары өсөн, быйыл уңышлы йыл. Күптән инде улай булғаны юҡ ине, - ти директор урынбаҫары Николай Скороваров. - Тик быйыл бойҙай сифаты ғына насарыраҡ, өсөнсө, дүртенсе класҡа ҡарағанда бишенсеһе күберәк, сөнки йылы көндәр аҙ булды. Элеватор йәмғиәте тулыһынса әҙер, ҡорамалдар эшләй. Әлеге көндә ваҡ эшкәртеү менән шөғөлләнәбеҙ. Икмәкхана өсөн он тарттырыла, көнөнә 1000-1200 дана икмәк бешерелә. Үҙәк ҡала баҙарына, аҙыҡ-түлек магазиндарына һатыуға сығарыла, шулай уҡ Федоровка, Күгәрсен райондарына оҙатыла. Күсмә сауҙа ойошторола: иген ҡатнашмаһы, ваҡланған бөртөклөләр һатыла. Быйыл май етештереү буйынса яңы цех асылды. Әлегә ҙур күләмдә түгел, әммә перспектива бар. Артабан үҫтереү йүнәлешендә эшләйбеҙ”. Николай Михайлович киләсәктә “Элеватор” йәмғиәте биләмәһендә сауҙа кибете асыу пландары менән дә уртаҡлашты, бының өсөн бар ҡорамалдар ҙа һатып алынған.
Хәҙерге ваҡытта көнбағыш ҡабул ителә. Хәүефһеҙлек хеҙмәте начальнигы Владимир Цимбал менән бергә көнбағышты келәткә һалыуҙы күҙәттек. Машина килгәс, иген лабораторияға ебәрелә, анализ яһала һәм дымлылығы тикшерелә. Артабан бункерға бушатыла, таҙартыла, киптереү камераһына бушатыла, таҙартыла һәм икенсе транспортер таҫма аша һаҡлау урынына оҙатыла. Бында Зөлфиә һәм Рәил Мансуровтар тырышып эшләй. Зөлфиә Рәфис ҡыҙы - эшкәртеү буйынса аппаратсы, үҙенең сменаһында ул бер үҙе бар эште алып бара, ә Раил Рәис улы ҡабул итеү буйынса аппаратсы, ул үҙ бурысын бик етеҙ башҡара.
Алексей Крупчинов - киптереү оҫтаһы, ун йыл контроль пультынан бар эште тикшерә һәм киптереү процесын күҙәтә.
Шулай уҡ яңы май үткәреү цехында булдыҡ. Цех начальнигы Владис Әбелғужин иртәнән кискә тиклем цехта. “Ваҡыттың нисек үткәнен һиҙмәй ҙә ҡалам, бында миңә оҡшай, белемемде даими камиллаштырам, тәжрибә туплайым. Хәҙерге ваҡытта, яңы ҡорамалдарҙы сафҡа индереү өсөн көйләү эштәре алып барыла”, - тине Владис Вильмирович.
Йәмғиәттә әлеге ваҡытта бөтәһе 90 кеше эшләй. Етәкселек эш һөҙөмтәһенең кадрҙарға бәйләнгәнлген яҡшы аңлай, шуға күрә уларҙың оҫталығын күтәреүгә ҙур иғтибар бирә, яуаплы белгестәрҙе баһалай. Һәр кем үҙ урынында эшен белеп, намыҫлы башҡарһа ғына уңышҡа өлгәшеп була.
Һүрәттә: Владис Әбелғужин ҡорамалды рәтләй.
Читайте нас: