ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ноябрь 2017, 13:56

Иң файҙалы ризыҡ етештерелә

Предприятиеның данын һаҡлап, яңы үрҙәр яулай уларҠалала иң эре предприятиеларҙың береһе "Мәләүезһөт-консервакомбинаты" йәмғиәте быйыл 77 йыллығын билдәләй.

Был осорҙа предприятие сифатлы продукцияһы менән район, республикала ғына түгел, ил, халыҡ-ара кимәлдә дан яуланы, конкурс, күргәҙмәләрҙә даими еңеп, махсус наградалар менән бүләкләнә.
Дөйөм мәсьәләләр буйынса йәмғиәт директоры Андрей Васильев эш барышы менән таныштырҙы. Әңгәмә барышында сеймал мәсьәләләре буйынса ярҙам иткән өсөн район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновҡа, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдиновҡа рәхмәт һүҙҙәрен белдерҙе.
Артабан, реклама мәсьәләләре буйынса белгес Мария Митина экскурсия үткәрҙе. Бында иң яуаплы, ҡунаҡсыл һәм иң изгелекле хеҙмәткәрҙәр эшләй. Аҙ ғына ваҡытта ла коллективтың ойошҡан һәм татыу булғаны күренә.
Комбинат һигеҙ тиҫтәгә яҡын эш осоронда тик яҡшы һөҙөмтәләр генә күрһәтте. 2017 йылда ғына комбинат алты диплом менән бүләкләнде. “Алтын көҙ - 2017” агросәнәғәт күргәҙмәһендә алтын миҙалға лайыҡ булды. “Ҡоро һөт”, “Ҡоро һөт өҫтө”, “Крәҫтиән майы”, “Тирамису” өс ҡатлы эремсек менән десерт кеүек аҙыҡ-түлек Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә баһаланды.
Предприятие - етеҙ үҫеш юлында. 2017 йылдың 9 айындағы иҡтисади күрһәткестәр буйынса уҙған йылға ҡарата физик күләм индексы - 178 процент. Бөтәһе 73,5 мең тонна һөт һатып алынған (үткән йылға ҡарата - 182 процент) һәм 8 мең тонна (181 процент) ҡоро һөт, 2,5 мең тонна (122 процент) крәҫтиән майы етештерелгән.
- Комбинат камиллашыу юлдарын эҙләй, үҙгәртеп ҡорола, яңы технологиялар үҙләштерелә. Күреүегеҙсә, ҡаптар яңыртыла, биҙәлеше заманға тура килтереп үҙгәртелә. Ғөмүмән, заман менән бергә атларға тырышабыҙ, ҡулланыусы ихтыяжын өйрәнеп, яңылыҡтар индерәбеҙ, - тип билдәләне дөйөм мәсьәләләр буйынса директоры Андрей Викторович.
Яңырыу юлында
Бөгөнгә май цехын яңыртыу тамамланды, етештереү буйынса яңы линия файҙаланыуға тапшырылды. Оҙаҡламай унда етештерелгән майҙы тәмләп ҡарарға мөмкин буласаҡ.
Төп консерва цехынан тыш тағы ла алты цех эшләй. Һөт риҙыҡтары бик файҙалы, халыҡ уны ҡулланыуҙан туҡтамаясаҡ, тимәк, электән яулаған данын – сифатлы продукцияны – һаҡлаһа, Мәләүез һөт-консерва комбинаты - был тармаҡта иң перспективалы предприятие булып ҡала.
Бөтәһе предприятиела 367 кеше эшләй. Тәжрибәле белгестәр менән бергә йәштәр ҙә һөнәр серҙәренә өйрәнә. Һөт һаҡлау бүлексәһе операторы Гөлнара Йосопова ярты ғүмерен яратҡан эшенә бағышлаған, Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән. Һөт-консерва цехы начальнигы Надежда Жижакина Гөлнара Йосопованы тик ыңғай яҡтан ғына ҡылыҡһырлай. “Ул - эшкә әрһеҙ, оҫта ҡуллы, йомшаҡ күңелле, изге кеше. 2016 йылдан Гөлнара Хәлфетдин ҡыҙы хеҙмәт ветераны булып иҫәпләнә.
Ауырғазы районы ҡыҙы, Мәләүездә техникумын тамамлағас та, комбинатҡа эшкә урынлаша. Күп йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн етәкселек ышанысын, хеҙмәттәштәренең хөрмәтен яулаған. Тормош иптәше Ирек менән йорт һалып татыу донъя көтәләр, ике балаға лайыҡлы тәрбиә биргәндәр, улы Эдуард баш ҡалала эшләй, ҡыҙы Эльвира сәнғәт институтында уҡый. Улар ҙа тырыш, яуаплы ата-әсәләре кеүек илебеҙҙең киләсәген тәьмин итерҙәй намыҫлы граждандар булып йәшәр.
Һүрәттә: Гөлнара Йосопова - эш урынында.
Читайте нас: