ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ноябрь 2017, 14:27

Юғалтыуҙарғаюл ҡуймаҫҡа тырыштыҡ

“Салауат” исемендәге кооператив быйылғы уңышты иң беренсе йыйып алды. Хужалыҡ, ғәҙәттәгесә, алдынғылыҡты бирмәне

Кооператив етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин йәйге эштәргә байҡау яһап үтте:
- Йәйҙең тәүге яртыһы ауырыраҡ булһа ла, еңеп сыҡтыҡ. Икенсе яртыһы еңелерәк үтте. Уңдырышлыҡ уртаса, юғалтыуҙарға юл ҡуймаҫҡа тырыштыҡ. Эштәр көнө-төнө туҡтаманы. Шәкәр сөгөлдөрө уңды - гектарынан 385 центнер алдыҡ.
Бында малсылыҡҡа ла ҙур иғтибар бирелә, бөтәһе 1569 һыйыр малы, 472-һе – һауын һыйыр, әлегә 270-е һауыла. 9 айҙа 16757 центнер һөт һауылды. Ит һәм һөткә хаҡ төшмәүе беҙҙе шатландыра, әлбиттә.
Ҡышҡылыҡа әҙербеҙ, буралар тулы, ремонт эштәре тамамланды.
Денис Макеев агроном:
- Август айы ҡоро булды. Картуф менән сөгөлдөр алыуы ҡыйыныраҡ булды, ә инде игенде алыуға уңайлы мәл. Ҡоротҡостар менән ныҡлы көрәш ергә тура килде. Ҡыйынлыҡтарға ҡарамай, бар эштәрҙе тиҙ һәм уңышлы башҡарып сыҡтыҡ.
“Салауат” исемендәге кооперативтың фермаһында баш зоотехник Флүр Әхмәлетдинов, мөдир Роза Садиҡова һәм һауыу залында биш һауынсы эшләй. Улар хәҙерге ваҡытта 270 һыйыр һауа. Ҡара таңдан улар үҙ эштәренә йүгерә, үны ваҡытында оҫта башҡаралар.
- Беҙҙә егәрле ҡатын-ҡыҙҙар эшләй, эште еренә еткереп, яуаплы үтәйҙәр. Изге күңелле уңғандар менән эшләүе лә еңел, коллектив татыу, - тип өҫтәне Флүр Әхмәлетдинов.
Һүрәттә: Денис Макеев; Ольга Силяева, Клара Стрижкова, Флүрә Иманғолова, Флүр Әхмәлетдинов, Лариса Иманғолова, Роза Садиҡова.
Читайте нас: