ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Ноябрь 2017, 16:29

Яратҡан эшкә лә йән тарта

“Старт” крәҫтиән хужалығы игенселек һәм малсылыҡ менән шөғөлләнә 300 баш һыйыр малы тәрбиәләнә

Хужалыҡ етәксеһе Илдус Шәрипов әңгәмәләшкәндә уңдырышлыҡ тураһында әйтеп үтте:
Быйыл игендең гектар ҡеүәте - 52 центнер, шәкәр сөгөлдөрөнөкө - 400 центнер. Бөтәһе - 14 кеше эшләй. Быйыл иген, арпа, көнбағыш, кукуруз, сөгөлдөр, йәшелсәләрҙе үҙ көсөбөҙ менән ваҡытында йыйҙыҡ.
Ҡотошта тыуып үҫкән Илһам Лоҡманов механизатор булып эшләй, әле бер туған ҡустылыры ла эргәһендә тырыша.
- Мәктәпте тамамлағас, фермала эшләп киттем, водителгә уҡып, төньяҡ тарафтарында йөрөнөм, әммә ҡан тарта, шуға күрә Башҡортостанға, үҙ яҡтарыма ҡайтырға булдым, хәҙер бында фермала эшләйем, - ти Илһам.
Хәҙер Илһам Лоҡманов киң йүнәлешле механизатор, тракторҙа, комбайнда ла йөрөй, сәсеүҙә лә, ураҡта ла ҡатнаша. Тормош иптәше Альбина менән матур донья көтәләр, ике ул үҫтерәләр. Радмир менән Ильназ балалар баҡсаһына йөрөй, ғаиләнең ҡайтыуына Альбина тәм-том әҙерләй.
300 баш һыйыр малы тәрбиәләнә, мал ҡараусы Рәсүл Лоҡманов Ҡотошта йәшәй. Ул үҙ эшен оҫта башҡара, бөтәһен дә ваҡытында үтәй, - тиИлдус Маркс улы.
Быйылға бөтә нимәгә лә хаҡ төшкән, әлеге ваҡытта ул проблема, моғайын да сәсеүлектәрҙе ҡыҫҡартырға тура килер.
Ялан эштәре тамамланһа ла, фермала ҡыҙыу ваҡыт. Ит ризыҡтары урындағы баҙарға оҙатыла.
Тирмәндәре лә бар, он тарттырырға ситкә йөрөмәйҙәр. Бик оҫталар һәм егәрлеләр эшләй бында,шуға күрә уңыш та көттөрмәй.
Һүрәттә: Илһам Лоҡманов менән Рәсүл Лоҡманов эш урынында.
Автор фотоһы.
Читайте нас: