ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Декабрь 2017, 14:21

Кем ауылда йәшәп булмай ти!?

Гәзит уҡыусыларҙы ауыл хакимиәте эшмәкәрлеге, унда йәшәгән алдынғы ҡарашлы халыҡ менән таныштырыуҙы башлайбыҙ.

Гәзит уҡыусыларҙы ауыл хакимиәте эшмәкәрлеге, унда йәшәгән алдынғы ҡарашлы халыҡ менән таныштырыуҙы башлайбыҙ. Бөгөнгө ҡунағыбыҙ - Һарыш ауыл биләмәһе халҡы. Инициативалы, намыҫлы, халыҡ мәнфәғәтен күҙ уңында тотоп эшләгән ауыл хакимиәте башлығы Рафаэль Булатов - үҙе лә ошонан. Һарыш, Аҡназар, Мотай тораҡ пунктын берләштергән ауылдарҙа күп милләт вәкиле татыу йәшәй: шуларҙың 55-ен башҡорттар, 35-ен татарҙар, 10 процентын урыҫтар тәшкил итә.
Зәки Шамаев - биләмә буйынса иң оло йәштәге Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 3 һуғыш ветеранының тол ҡатыны - иғтибар үҙәгендә. 14 күп балалы ғаилә теркәлгән, 8 бала – попечителдәр тәрбиәһендә. Ноябрь аҙағына ҡарата 5 сабый донъяға килгән. 3-әр ауыл клубы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, 1 китапхана һәм мәсет эшләй. Ауыл халҡы старосталар менән тығыҙ бәйләнештә “Ысын эштәр”, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса көнүҙәк мәсьәләләрҙе ыңғай хәл итеү яҡлы.

Дөйөм хужалыҡ юҡ, әммә биләмәлә 8 эшҡыуар ауыл хужалығы йүнәлешендә уңышлы эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, башҡаларҙан айырмалы, уларҙың эшен ҡалала уҡып ҡайтҡан балалары дауам итә.
Һарыш мәктәбе уҡыусылары уҡыуҙа, спорт тормошонда, йәмәғәт эштәрендә үҙҙәрен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Һарыш, Аҡназарҙа йорт төҙөүгә яңы урам билдәләнгән, документтар әҙерләнә. Халыҡ ҡаһарман яҡташтарын онотмай - 3 ауылда ла улар иҫтәлегенә обелиск асылып, улар кәртәләнгән һәм тирә-яғына ағас, сәскә клумбалары эшләнгән, төҙөкләндереү буйынса эш йыл дауамында алып барыла. Юлдар тәртипкә килтерелә, урамдарҙа яҡтыртыу лампалары ҡуйылған.
Биләмә халҡы эшһөйәр ҙә, йыр-моңға ла бай. Ауыл халҡы менән уҙған йыйылышта ҡабул ителгән бөтә мәсьәләләр ҙә сиселеш тапҡан, шулай ҙа электән килгән бер проблема ҡала: балалар баҡсаһы булмауы. Ошо сәбәпле күп йәш әсәйҙәр бөгөн эшләй алмай, ә балалар тиҫтерҙәренән айырмалы, мәктәпкә махсус әҙерлекһеҙ бара.
Халыҡ малсылыҡ, ярҙамсыл хужалыҡ, халыҡ кәсебен үҫтереү яҡлы. Береһенән-береһе матур йорттар төҙөлә, өлгөлө ғаиләләр арта, оло йәштәгеләр тормош тәжрибәһен йәштәр менән ихлас уртаҡлаша. Бөгөн һеҙҙе бер нисә шундай ғаилә менән таныштырабыҙ.

“Килен булып төштөм һиңә, Һарыш”
Һуғыш осоро балаһы Венера Уразбахтина 58 йыл элек ошо ауылға килен булып төшкән. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән. Был йылдар шиғри күңелле ағинәйҙең хәтер һандығында әле лә ауыр хәтирә булып һаҡлана. 5 баланы аслыҡтан үлтермәҫ, яттар ҡулына ҡалдырмаҫ өсөн ата-әсәһе ҡулынан килгәндең бөтәһен дә эшләй. Кәрәкһә баҙарҙа ауылдан килгәндәргә тамаҡ хаҡына әйбер һатыша, һабын ҡайната, йыуа, ташый. Серек картуф ашап, алабута икмәге, үлән менән тамаҡ аҫрап үҫә улар. Бына шулай бер эштән дә оялмай, аяҡта ныҡлап торорға өйрәтә уларҙы нужа. Аталары Йомағужа ауылына һал ағыҙыуға эшкә урынлашҡас, ғаилә унда күсеп килә. Белемгә ынтылышы көслө булһа ла, 7 класс тамамлағас, артабан уҡыу мөмкинлеге булмай. Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа төрлө эш башҡара, йорттағыларға, ололарға терәк була. Тыныс, сабыр холоҡло ҡыҙҙы Һарыш ауылы егете Ғиззетдин Уразбахтинға димләйҙәр. Әле үҙҙәре лә үҫмерлек осоронан сыҡмаған йәштәр бер-береһен никахтан һуң ғына күрә.
Эшкә икеһе лә әрһеҙ йштәр ауылдаштары алдында өлгөлө ғаилә булып таныла. 6 бала тәрбиәләп үҫтереп, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫтыралар. Ғаилә башлығы ғүмерен умартасылыҡҡа арнай, уның балын тәмләгәндәр бөгөн дә шул тәмде һағынып хәтерләй. Көндө төнгә ялғап, колхоз эшенән бушамай улар, Венера инәй фермала ла һынатмай, сөгөлдөр ҙә утай, ырҙын табағындағы эштән дә баш тартмай.
Ағинәй һәр балаһы тураһында йылы хәтирәләр менән уртаҡлашты. Беренсе ҡыҙҙары Лилиә - уҡытыусы, хәҙер инде үҙе - хаҡлы ялда, Дилара менән Нәфисә ғүмерҙәрен кеше һаулығын һаҡлауға арнаған, Айгөлө балаларға белем бирә, Сулпаны - Йомағужа ҡасабаһында, Айрат улы - ауылда. Бәләкәстәре бергә йыйылғанда был йорттан бәхет урғыла, ул элеккесә шат тауыштарға күмелә. 13 ейән-ейәнсәргә йөрәк йылыһын өләшеүсе өләсәй уларҙың һәр береһенең тыуған көндәрен хәтерләй.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 18 йыл элек уң ҡанаты ҡайырыла инәйҙең. Ауыр ҡайғыларға һалып, Ғиззетдин Бәҙғетдин улы вафат була. Ошо ҡайғыларҙан һуң Венера инәй шиғыр яҙа башлай. Бөгөн уның ижад емеше ҡалын дәфтәргә һыйырлыҡ. Тоғролоҡ, балаларға, яҡындарыңа һөйөү, тыуған яғыңа ихтирам, ғаилә татыулығы - уның яратҡан темаһы.
Ҡапҡа төптәренә сығып,
Оло юлға оҙатам.
Иҫән-һау йөрөгөҙ тиеп,
Теләктәр юллап ҡалам.
Ғүмерҙәр үтеп китте, тип
Үкенмәгеҙ һис ҡасан.
Булғандың ҡәҙерен белеп,
Татыу йәшәгеҙ, балам.
Ауырлыҡтар килгән саҡта,
Туғандар булһын терәк.
Яттарға һеҙ ышанмағыҙ,
Тоғро дуҫтар табығыҙ.
Уңған инәй оло йәшенә ҡарамай, баҡса үҫтерә, гөлдәр ярата, ҡышҡылыҡҡа тиҫтәләгән банка ҡайнатмалары, тоҙламалары тупланған. Балаларына ярҙам итеү теләге менән күпләп ҡош-ҡорт аҫрай. Оло йәшенә ҡарамай, Венера инәй гәзит-журналдарҙы күҙлекһеҙ уҡыуы менән дә ғәжәпләндерҙе.
Киләсәгебеҙ ауыл менән бәйле
Аҡназар ауылынан Лиана һәм Ришат Күсәрбаевтарҙың донъя ҡороуына 5 йыл. Татыу ғаиләлә Камилә, Йәсминә, Самира исемле 3 ҡыҙ тәрбиәләнә.
Ғаилә башлығы ошо ауылдан, вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй. Лиана ҡала ҡыҙы тип һанамай үҙен, сөнки бала сағы олатай-өләсәһе йәшәгән ошо ауылда үткән. Улар ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай. Бөгөн Ришаттың олатай-өләсәһенең 11 бала тәрбиәләгән йортонда ҡаланыҡынан һис кәм булмаған шарттар булдырып, матур йәшәй улар. Ғаилә башлығының ҡулы оҫта икәнлеге һәр нәмәлә сағыла-йортҡа терәтеп төҙөлгән мунсаһы ғына ни тора! Ошо ауылда төпләнгән атаһы менән бергә ауылдаштарына бесән әҙерләргә лә ярҙам итә ул. Парҙар тура килә бит шулай: Лиана ла аш-һыуға оҫта, ғаиләһен “һә” тигәнсе яңы салат, ҡамыр аштары менән һөйөндөрә. Ситтән тороп белем алырға ла ваҡыт таба ул, быйыл һуңғы курс, тимәк, тиҙҙән ҡулына диплом аласаҡ. Ауылда ҡош-ҡортһоҙ, малһыҙ йәшәү мөмкин түгел, бәләкәстәргә һөт-ҡаймағы ла кәрәк.
Йәштәрҙең хыялы - атай-олатайҙар нигеҙен һаҡлап, тәбиғәттең ожмах мөйөшөнә тиң ауылда йорт төҙөү.
Ҡатын-ҡыҙ бәхете - ир-егеттән, тиҙәр. Ир-егеттеке, иһә, янында яратҡан ҡатыны, һау-сәләмәт балалары һәм яҡындары булғандалыр, моғайын.
Был йорттоң күркәмлеге - тырыш хужалар һәм күркәләрҙә
Берәүҙәр ташбаҡа аҫрай, икенселәрбалыҡ үрсетә, бәғзеләр хатта- әллә нисә төрлө экзотик тауыҡтар менән хайран итә. Аҡназар ауылынан Рәйлә һәм Ридат Тәүхитовтарҙың ихата күрке иһә йырлай-йырлай йөрөгән күркәләрҙер, моғайын. Улар күп, төрлө төҫтә, тоҡомдары менән дә айырыла. Әммә бөтәһе лә өйрәтелгән һымаҡ, хужа менән хужабикәне күрҙеме - һалдаттай бер рәт булып теҙелә, этешмәй, таралмай, ашаған урынға йыйыла. Ҡарап тороуы мәҙәк үҙҙәрен!
Улар икеһе лә ғүмерҙәрен тыуған колхозына арнаған, йәғни малсылыҡ тармағы хәүефһеҙлеге өсөн яуаплылыҡ тойоп, хаҡлы ялға сыҡҡансы, һөнәрҙәренә тоғро ҡала.
Хужа менән хужабикәнең ихатаһы элек тә мал-тыуарға бай булған: күркәне 80, һыйыр-башмаҡты 6-8 башҡа тиклем еткергән, хатта кәзә аҫрап, ҡымыҙ ҙа яһаған. Ауылда мал тере аҡса сығанағы тигәнде яҡшы белә улар - балаларыңды уҡытырға, кәрәк-ярағыңа ла шул малдан килгән аҡса ярҙам итә бит. Наилә ҡыҙҙары, педагогия институтын тамамлап, хеҙмәт юлын баш ҡалала дауам итә, Нәсимәләре - һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, улдары Раил ике институт тамамлап, Себер киңлектәрен иңләй.
Бөгөн дә һөт тапшырыу Тәүхитовтарҙың ғаилә килеменә өҫтәмә табыш килтерә, бер нисә айҙа улар 100 мең һумлыҡ һөт тапшырған, унан тыш, ял көндәре Йомағужа ҡасабаһында ла көтөп алалар уларҙың һөт-ҡаймағын.
“Әлегә мал-тыуарһыҙ ҡалыуҙы күҙ алдына ла килтермәйбеҙ, ҡулда көс, эшләргә теләк бар”,- ти улар. Ихатала трактор, һыйыр һауыу аппараты, бесәнлек майҙаны күп - ялҡауланма, тырыш, һат, аҡса эшлә. Был Тәүхитовтарҙың көндәлек девизына әүерелгән.
Ридат ағай оҙаҡ йылдар ауыл старостаһы вазифаһын башҡара, ауылдаштары мәнфәғәтен яҡлаусы, тәртиптә тотоусы ла ул. Ауылда ойошторолған сара уртаһында ҡайнап йәшәй, төҙөкләндереү, ремонт эштәре, мал көтөү сиратын күҙәтеүсе, ауыр тормош һынауы алдында ҡалғандарға ярҙам күрһәтеү, хәйер, ауылда хәл ителеүҙе талап иткән мәшәҡәт аҙмы ни!?
“Сургутҡа үлән йыйырға киттем, юғалтмағыҙ!”
Телефонға ошондай СМС хәбәр алһам, билләһи, ышанмаҫ инем! Ә Мотай ауылында йәшәгән Гөлназ Хәкимова өсөн айына бер-ике тапҡыр Себер тарафына юлланып, тәғәйен көн-сәғәтендә һаулыҡ өсөн файҙалы дарыу үләндәре йыйыу - ҡәҙимғе сәйәхәт. “Сығып китәм дә ике-өс көндә багажник тултырып, мүк еләге, ҡара һәм ҡыҙыл көртмәле, һаҙ еләге йыйып, дарыу үләндәре тултырып ҡайтам”,- ти ул.
Гөлназ һәм Айбулат Хәкимовтарҙың ошонда төпләнеүенә 5 йыл. Бер йыл эсендә әкиәттәгеләй мөһабәт йорт төҙөгәндәр, ремонты ла - тамамланыу алдында. Тәҙрә төбөндә, өҫтәлдә - гөлйемеш емеше, ҡабаҡ орлоҡтары кибә, мәтрүшкә, аҡсәскә, туҡранбаш, кейәү үләне, тағы әллә нисә төрлөһө йыйып эленгән.
Мөгәрәптә ҡайнатма, тоҙлоҡтарҙың дөйөм иҫәбен хужабикә үҙе лә асыҡ ҡына белмәйҙер, сөнки был урын супермаркеттарҙың келәтен хәтерләтә. Әллә нисә төрлө бәшмәк, ҡыяр-помидор, салат, тоҙламаларҙың һауытына әҙерләү ваҡыты асыҡ итеп яҙылған.
Гөлназ - ҡала ҡыҙы. Үлән йыйыуға һәләт атай-олатаһынан бирелгәндер, сөнки элек заготовитель тигән һөнәр булған, олатаһы менән һәр үләнде йыйыу, киптереү ваҡытын, дауалау әһәмиәтен хәтеренә һеңдергән. Еләк ваҡытында көн дә 5-6 меңлек аҡса туплап өлгөргән ҡатынға ни тип әйтәһең!? Ҡара яҙҙан ҡар иреү менән бәшмәк йыйып шул осорҙа 4-5 мең һумлыҡ табыш ала, улары бит көҙ көнө лә үҫә, былары инде тоҙлап һатыла. Кафе-ресторан, дөйөм туҡланыу учреждениелары өсөн тәмләткестәр үҫтереүгә махсус теплица ҡороп ултыртылған. Гөлназдың көнө нисәлә башланып, ҡасан тамамланалыр - билдәһеҙ. Иртүк мурҙа менән балыҡ тотоп һатырға, йөҙәрләгән баш ҡош-ҡорт үҫтерергә, һыйыр һауып һөт ҡаймағынан аҡса эшләргә, йорт ҡуяндары аҫрарға ла ҡайҙан ваҡыт табалыр Гөлназ?!
Айбулат йортта һирәк була, сөнки вахта ысулы менән эшләй. Ул да өйҙә саҡта ҡатынына ярҙам итергә, йортта ремонт эшләргә, ихатала ҡаралтыларҙы яңыртырға тырыша. 11 йәшлек Аделина, Наилә ҡыҙҙарын да эшкә өйрәтә Хәкимовтар. 11 йәшлек Аделина еләк, бәшмәк, дарыу үләндәре йыйырға әүәҫ, яҙғыһын тал ботаҡтары һатып та үҙенә кәрәк аҡса эшләй.
Гөлназ дарыу үләндәренең ниндәй ауырыуҙан ярҙам иткәнен яҡшы белә, шунлыҡтан тирә-яҡ ауылдарҙан ғына түгел, ситтән килеп һатып алыусылар күп. “Миҙгелдә йыйылғандары һатылып бөтмәһә, ташлайым, һаҡлау ваҡыты сыға, дауалау көсө кәмей”,- ти ул.
Хәкимовтар йорт янында төҙөлгән балалар майҙансығын да тәртиптә тота, ауылдың йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнаша.
Автор фотолары.
Читайте нас: