ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Декабрь 2017, 12:46

Эсәр һыу кемгә кәрәкмәй!?

Киләһе йылға урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендәрайондың төрлөтөбәгендә йыйылыштар ойошторолдо. Программаның маҡсаты - халыҡинициативаһы менән урындарҙа быға тиклем сиселеш тапмаған мәсьәләләрҙе хәлитеү.

Киләһе йылға урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы сиктәрендә райондың төрлөтөбәгендә йыйылыштар ойошторолдо. Программаның маҡсаты - халыҡ инициативаһы менән урындарҙа быға тиклем сиселеш тапмаған мәсьәләләрҙе хәл итеү. Уҙған йыл Әбет ауыл биләмәһе халҡы һыу үткәргес ремонтлауҙы күтәреп сыҡҡан ине, әммә бер нисә балл етмәү сәбәпле, конкурстан төшөп ҡалды.
Башлаған эш - бөткән эш, тигәндәй, Әбеттәр тағы ла ошо йүнәлештә эште дауам итергә ҡарар итте. Проект-смета, экспертиза документтары ла әҙер булыуы эшкә тотҡарлыҡһыҙ тотоноуға булышлыҡ итәсәк.
Район Советы секретары Лилиә Һөйәрғолова йыйылыусылар алдында программаның өҫтөнлөгө тураһында аңлатты. Йыйылышта һәр ихатанан тапшырыласаҡ, урындағы “Нурлы” фермер хужалығы бүләсәк аҡса күләме тураһында ла һөйләшеү булды. Инициатива төркөмө һайланды, эштең ойоштороу һәм аңлатыу өлөшөн тап ошо төркөм башҡарасаҡ.
Һүрәттә: йыйылышҡа халыҡ әүҙем йыйылды.
Читайте нас: