ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Ғинуар 2018, 16:37

Байрам дәрт өҫтәне

Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда балалар һәм ололарөсөн яңы йыл кисәләре уҙғарылды.

Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортонда балалар һәм ололар өсөн яңы йыл кисәләре уҙғарылды.Ҡупшы матур итеп биҙәлгән шыршы янына төрлө маскаларҙа балаларҙың шат тауыштарына күмелде. Мәсекәй әбейҙәр ролендә Сайдашева Аделина һәм Барлыбаева Элина бик оҫта башҡарҙылар,улар Ҡыш бабайҙы аҙаштыралар, ярҙамға киткән этте тотоп тоҡҡа һалып,әтәсте сихырлап йоҡлаталар, әммә Ҡыш бабай юл табып килеп етеп үҙенең серле таяғы менән уларҙы ҡотҡара. Балалар Ҡыш бабайға үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеп һәр береһе тәмлекәстәр менән һыйланды. Ололарҙа, шыршы байрамына ла килгән ҡунаҡтарҙа, йыр йырлап, бейеп, шиғырҙар һөйләп төрлө бүләктәр менән бүләкләнделәр. Бигерәк тә Гөлнара Суракованың,Әлфиә Кәримованың моңло йырҙары байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Дамира Байморатова әтәс, Рәшиҙә Сәлимйәнова эт ролен биҡ ҡыҙыҡлы башҡарҙылар. Бөтә килгән ҡунаҡтар байрамдан дәрт алып,йылы рәхмәт тойғоларын әйтеп таралышты.
Гөлсәсәк Солтанғолова.
Читайте нас: