ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Февраль 2018, 14:16

“Быйыл да уңыштарға ирешеребеҙ”

Республика аграрийҙары уҙған йыл республика бураһына 180 мең тонна иген йыйып һалды. Уртаса гектар ҡеүәте 31 центнер тәшкил итте. Малсылыҡ һәм игенселектәге юғары күрһәткестәр өсөн район аграрийҙары БР Хөкүмәте дипломы менән бүләкләнде.

Республика аграрийҙары уҙған йыл республика бураһына 180 мең тонна иген йыйып һалды. Уртаса гектар ҡеүәте 31 центнер тәшкил итте. Малсылыҡ һәм игенселектәге юғары күрһәткестәр өсөн район аграрийҙары БР Хөкүмәте дипломы менән бүләкләнде.
Ергән ауыл мәҙәниәт йортонда район ауыл хужалығы эш йомғағы һәм киләһе миҙгелгә план-маҡсаттарға арналған сара уҙҙы.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдиновтың ҡыҫҡаса сығышынан һуң Салауат исемендәге кооператив етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһаны.
Бер яҡтан ҡыуаныслы хәл, әммә урылған игенде һатып булмауы бөгөн күптәр өсөн баш бәләһенә әйләнде. Һатып була, әммә ашлыҡ өсөн үтә лә арзан. Һөҙөмтәлә келәттәре булғандар яҡшы осор көтһә, һаҡлар урыны булмағандар, осһоҙ хаҡҡа булһа ла һатыу яғын ҡарай. Хужалыҡ сифатлы орлоҡ һатып алыу яҡлы. Ҡиммәт, әммә гектар ҡеүәте юғары. Уҙған миҙгел, мәҫәлән, көнбағыштың һуң өлгөргән сорты юғалтыуҙарға килтергән. Һауа шарттарына бәйле, һоло, арпа ла тулыһынса йыйып алынмаған.
Һынауҙарға әҙер булырға кәрәк
Бер нисә йыл элек иген киптереү ҡоролмаһы төҙөү, әлбиттә, бөгөн файҙа бирә, культуралар тейешле нормаға еткерелеп, һаҡлауға һалына.
Тупраҡты ашлау, агросараларҙы ваҡытында уҙғарыу, заманса техника, сифатлы орлоҡ, белемле һәм тәжрибәле кадрҙар тупланыуы - уңышҡа илткән критерийҙарҙың иң мөһиме. Шәкәр сөгөлдөрөнөң гектар ҡеүәте бында гектарынан 400 центерға еткән. Картуф үҫтереү буйынса ла республика кимәлендә танылыу яулауға иреште салауаттар.
200 кешене эш менән тәьмин иткән хужалыҡта уртаса эш хаҡы 21 мең һумдан ашыу тәшкил итә.
Игенселек малсылыҡ бергә алып барыла һәм бер-береһен тулыландыра. Көтөүлектәрҙе тоҡомло мал иҫәбенә тулыландыыу, малсылыҡ объекттары төҙөү, заманса эш алымдарын һынау ғына түгел, үҙҙәрендә ҡулланыу ҙа хеҙмәт рентабеллеген күтәрә. Машина- трактор паркы уҙған йылда 50 миллион һумлыҡ яңыртылған. Миҙгелгә әҙерлек бында бөгөн башланған һәм уңышлы дауам итә.
Киләсәк пландарға килгәндә, сифатлы орлоҡ, һыналған фирмалар менән тоҡомсолоҡ буйынса килешеү, малсылыҡ объекттары төҙөү, рентабеллеклекте күтәреү, аграрийҙарҙың хеҙмәт шарттарын яҡшыртыу һәм башҡалар күҙалланған.
“Бөгөн баҙар шарттарында беҙҙең продукцияның талап ителеүе шарт”,- тине йомғаҡлау сығышында Сибәғәт Абдулхай улы.
Техника - төп көс
Ауыл хужалығы техникаһы – тармаҡтың ниндәй уңыштарға өлгәшеүендә төп талаптарҙың береһе. Ошо хаҡта ауыл хужалығы идаралығының баш инженеры Ринат Бикбулатов белдерҙе. Тармаҡта бөтә төр баҫыу эштәрен башҡарыуға техника етерлек тупланған. Ҡеүәтле техника менән идара итеү механизаторҙарға талапты арттыра, ошо йәһәттән сығып, районда яҙғы баҫыу эштәре башланыр алдынан белем камиллаштырыу курстары эшләй, имтихан ҡабул ителә. Бөгөн өлгөр етәкселәр уны ремонтлауҙы башлаған, запас частар һатып алынған һәм заявкалар буйынса килешеүҙәр төҙөлгән. Күптәр бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙа, был йолаға әүерелгән һәм районда изге башланғыс булараҡ дауам итә.
Район буйынса 2017 йылда 250 миллион һумлыҡ техника һатып алынған. Әммә уны яңыртыу буйынса бер үк хужалыҡтар эшләүе күҙгә салына. Миҙгел эштәре алдынан йылдағыса яғыулыҡ-майлау материалына хаҡтар артыуы ла осон-осҡа ялғап эшләгәндәргә генә түгел, көслө хужалыҡтарҙың эшен дә ҡатмарлаштыра.
Ринат Рим улы техникаға, ашлама, орлоҡтарға субсидия, техминимум буйынса уҡыуҙар тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы.
Район техник күҙәтеү секторы белгесе Илгизәр Кинйәбаев тармаҡта бөтә төр техника тиешереү графигы тураһында иғлан итте, йыш осраған етешһеҙлектәрҙе атаны.
Малсылыҡҡа иғтибар
Район ауыл хужалығының баш зоотехнигы Сергей Новоженин бөтә төр күрһәткестәр, фермалар торошо, малсылыҡ продукцияһы етештереү һәм һатыу, үрсем алыу тураһында сығыш яһаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мал һаны кәмегән, статистика үрсемдең дә тейешле кимәлдә түгеллеген күрһәтә. Быйыл 6 хужалыҡ тоҡомло мал һатып алыуға заявка биргән. Малсылыҡ объекттары төҙөү йүнәлешендә эшләгән хужалыҡтар ҙа байтаҡ. Етештерелгән һөттөң хаҡы түбән булыуы продукцияның рентабеллегенә кире йоғонто яһай.
Сарала район-ҡала ветеринария станцияһы етәксеһе Сергей Ковалец малсылыҡ хужалыҡтарына ҙур иҡтисади зыян килтергән бешмәне индермәү, башҡа төр ауырыуҙарҙы профилактикалау тураһында мәғлүмәт бирҙе.
Тармаҡта хәүефһеҙлек сараларын күҙәтмәүгә бәйле бәхетһеҙлек осраҡтары теркәлә. Уның сәбәбе - талаптарҙы инҡар итеү. Ошо турала район ауыл хужалығы белгесе Андрей Николаев сығыш яһаны һәм етәкселәрҙе был йүнәлештә әүҙем эшләү мөһимлеге тураһында иҫкәртте.
“Район потенциалы ҙур. Бөтә йүнәлештә лә башланған эште дауам итеү мөһим. Ерҙә эшләргә кәрәк, ул шунда ғына уңыш бирә. Бөтә ышаныс үҙебеҙҙә, бер кем дә ситтән килеп эшләмәҫ. Белемле кадрҙар, заманса техника, тоҡомло мал, сифатлы орлоҡ һәм тырышлыҡ – уңыш нигеҙе. Башланып торған миҙгелдә лә уңыштарға ирешеүебеҙгә ышанам”, - тине район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов ултырышты йомғаҡлап.
Читайте нас: