Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
19 Февраль 2018, 14:48

Үҙебеҙҙекен һайла, үҙебеҙҙекен һатып ал

- Ни өсөн баҙарҙа халыҡ үҙ хужалығында салынған малды һата алмай?

- Ни өсөн баҙарҙа халыҡ үҙ хужалығында салынған малды һата алмай?
Ирина Хабибуллина.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Рәсәй ауыл хужалығы күҙәтеүе идаралығы мәғлүмәтенә нигеҙләнеп, Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА әҙерләне:
- 2014 йылда ҡабул ителгән Таможня союзының “Ит һәм ит продукцияһының хәүефһеҙлеге тураһында» техник регламентына ярашлы, ит эшкәртеү, махсус пункт һәм майҙансыҡтарында салынмаған ауыл хужалығы малдарының итен һатыу нөктәләренә сығарыу тыйыла. Был, беренсе сиратта, аҙыҡ-түлек сифаты хәүефһеҙлеге талаптарынан сығып башҡарыла.
Талап малсылыҡ тармағы предприятиеларына ғына түгел, шәхси хужалыҡта мал аҫрағандарға ла ҡағыла.
Мал салыу пункттарын гигиена һәм санитария ҡағиҙәләре талабына тура килеү ҡәтғиләште.
“Ит һәм ит продукцияһы хәүефһеҙлеге тураһында” техник регламентының 4-cе пунктының I өлөшөнә ярашлы, был талап шәхси хужалыҡта милексе тарафынан ҡулланыласаҡ иткә ҡағылмай. Йыл башынан ветеринария документтары аҙыҡ- түлек хәүефһеҙлеген һаҡлау маҡсатында “Меркурий” автоматлаштырылған системаға индерелә. Был тауарҙың ҡайҙан килтерелеүе, уның сифаты, санитария талаптарына тура килеүен күҙәтеү мөмкинлеге бирә.
Шулай ҙа, сауҙа нөктәләрендә фермер, шәхси хужалыҡта етештерелгән малсылыҡ продукцияһы юғалыуына юл ҡуймау маҡсатында урындағы ауыл биләмәһе етәкселәре үҙҙәрендә мал салыу пункттары төҙөү йәки элек булғандарын тергеҙеү йүнәлешендә эш алып барырға бурыслы..
Читайте нас: