ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Март 2018, 14:02

Килешеп, һөйләшеп эшләү үҙ һөҙөмтәһен бирә

Иштуған ауыл биләмәһендә Хакимиәт көндәре сиктәрендә үткән граждандар сходы шәхси ҡабул итеүҙән башланды.

Иштуған ауыл биләмәһендә Хакимиәт көндәре сиктәрендә үткән граждандар сходы шәхси ҡабул итеүҙән башланды. Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов етәкселегендәге мәғлүмәт-эш төркөмө һәр мөрәжәғәтте контролгә алды.
Шәхси ҡабул итеүгә 4 кеше алдан яҙылғайны. Гөлназ Салауатова Һыртлан ауылы халҡы исеменән фельдшер-акушерлыҡ пункты эшмәкәрлеге буйынса һорау бирҙе. Педагогия хеҙмәте ветераны Суфия Байрамғолова Иштуған мәсетен төҙөп бөтөү мәсьәләһе менән мөрәжәғәт итте. Бынан тыш, үҙәк район дауаханаһы эше, мәктәп автобусы, ял итеү зонаһында экология мәсьәләһен хәл итеү юлдарын эҙләп килеүселәр булды.
Шулай итеп, тораҡ пункттарҙа булған проблемаларҙың күбеһе халыҡ ҡатнашлығында хәл ителә. Был хаҡта биләмә етәксеһе Фәйрүзә Буранғолова ла үҙенең сығышында билдәләп үтте.
Былтыр 7 граждандар сходы үткән. 11 яҙма мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Шәхси характерҙа 756 кеше мөрәжәғәт иткән. Улар башлыса ер һәм мөлкәт мәсьәләләре буйынса, шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу, юлды ремонтлау кеүек дөйөм һорауҙар менән дә килеүселәр бар.
Ауыл биләмәһе икенсе йыл рәттән “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” республика программаһында ҡатнаша. Былтыр Һыртлан ауылы клубын ремонтлауға субсидия төрөндә грант алыуға өлгәшкәндәр, быйыл Әүлиә шишмәһе биләмәһен төҙөкләндерергә планлаштырылған. “Аныҡ эштәр” проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә Һыртланда балалар майҙансығы ремонтланған. 2017-2022 йылдарға Иштуған ауыл биләмәһен үҫтереү буйынса оҙайлы район программаһы ҡабул ителгән һәм бойомға ашырыла. Быларҙың бөтәһе лә халыҡтың тормош сифатын күтәреүгә, улар өсөн уңайлы йәшәү шарттары булдырыуға йүнәлтелгән. Был - биләмә хакимиәте эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлеше.
Фәйрүзә Сынтимер ҡыҙы сығышында шулай уҡ социаль-иҡтисади үҫешкә ҡамасаулаған төп проблемаларҙы атап үтте. Һуңғы йылдарҙа шәхси хужалыҡтарҙа һыйыр малы һаны кәмегән. Биләмәлә балалар баҡсаһы, крәҫтиән-фермер хужалығы, эш урындары, инвестицияларҙың булмауы халыҡтың ситкә китеүенә йоғонто яһай. Ресурстарға килгәндә, улар бик ҙур. Мәҫәлән, биләмә “Башҡортостан” милли паркының туристик зонаһында урынлашҡан. Бик күп һыу карьерҙары, ауыл хужалығы етештереүе өсөн ер бар.
Артабан район-ҡаланың эске эштәр, дәүләт ветеринария күҙәтеүе территориаль бүлеге вәкилдәре үҙ өлкәләрендәге яңылыҡ һәм үҙгәреш менән таныштырҙы.
Мәғлүмәт-эш төркөмө етәксеһе Ринат Сәйфетдинов йыйылышты йомғаҡлап, йылдың мөһим ваҡиғаларға бай булыуын билдәләне. Уларҙа биләмә халҡының әүҙем ҡатнашыуына ышаныс белдерҙе.
Һүрәттә: Район Хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Сәйфетдинов һәр мөрәжәғәткә асыҡлыҡ индерҙе, контролгә алды.

Автор фотоһы.
Читайте нас: