ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Март 2018, 13:32

Тырыш хеҙмәт килтерер хөрмәт

Корнеевкаға ингән урында шундай лозунг эленгән. Был төбәктә, ысынлап та, эшһөйәр һәм сәмле халыҡ йәшәй. Улар Хакимиәт көндәрендә лә йыл һайын әүҙемлеге менән айырыла.

Корнеевкаға ингән урында шундай лозунг эленгән. Был төбәктә, ысынлап та, эшһөйәр һәм сәмле халыҡ йәшәй. Улар Хакимиәт көндәрендә лә йыл һайын әүҙемлеге менән айырыла.
Шәхси һорауҙар менән генә мөрәжәғәт итмәй улар. Дөйөм мәнфәғәттәге проблемаларҙы ла дәррәү күтәрәләр. Был күренеш, ысын мәғәнәһендә, биләмәлә сәмле, ғәмле, битараф булмаған кешеләр йәшәгәнлеген дәлилләй. Нәҡ ошондай осрашыуҙарҙа үҙҙәрен борсоған мәсьәләләрҙе уртаға һалып, хәл итергә ғәҙәтләнгәндәр. Шуға ла һуңғы йылдарҙа биләмәлә яҡшы үҙгәрештәр бик күп. Был хаҡта ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Михайлованың отчет сығышында ла яңғыраны. Мәғлүмәт-эш төркөмө етәксеһе, район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов та билдәләп үтте.
-Һуңғы ике йылда бында тораҡ пунктын төҙөкләндереү, халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу буйынса байтаҡ эш башҡарылды. Урындағы башланғыстарҙы хуплау программаһы сиктәрендә проекттар ғәмәлгә ашырылды. Мәҙәниәт йортонда капиталь ремонт үтте, юл һалынды. Быйыл Корнеевка һәм Ергән ауыл биләмәләрен “Иң яҡшы муниципаль берәмек” республика конкурсына тәҡдим итмәксебеҙ, - тине Рөстәм Наил улы.
Тораҡ пункттарҙы төҙөкләндереүгә, юл һалыуға иғтибар бүлгәне, мәҙәниәт йортон заманса ремонтлағаны өсөн район һәм урындағы хакимиәттәр адресына залдан рәхмәт һүҙҙәре яңғыраны.
Корнеевкалар быйылға ла етди бурыстар билдәләгән. Иң мөһимдәренән Йәмилев урамына асфальт һалыуҙы, Дәүләтҡолда балалар майҙансығын урынлаштырыу, Покровкала, Даниловкала ауыл клубтарын ремонтлауҙы атарға мөмкин. Шулай уҡ биләмә үҙәгендә ҡаҙанлыҡтарҙы алмаштырыу планлаштырылған.
Йыйылышҡа килеүселәр фельдшер-акушерлыҡ пунктында дарыухана, стоматология эшмәкәрлеген, физкабинет асыу мөмкинлектәре тураһында ҡыҙыҡһынды. Һаулыҡ һаҡлауға бәйле граждандарҙың һорауына үҙәк район дауаханаһы баш врачы Урал Хәбибуллин ентекле яуап бирҙе.
Бынан тыш, Совет урамының 3-сө йортонда йәшәгәндәр йәй көнө һыуһыҙ интегеүен хәбәр итте. Дәүләтҡолдар яҙ көнө юл өҙөклөгө, Һуҡайлы йылғаһы аша күперҙең эшлектән сығыуы, Интернет, автобустың булмауы хаҡында мәсьәләләр күтәрҙе.
Йыйылышты йомғаҡлап, район етәксеһе сходта асыҡланған бөтә проблемалар ҙа контролгә алыныуын һәм уларҙы хәл итеү буйынса эш алып барыласағын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Корнеевкаларҙың район һәм республикала барған ваҡиғаларҙа әүҙемлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. Буласаҡ һайлауҙа ла уларҙың гражданлыҡ позицияһына иҫәп тотоуын билдәләне.
Һүрәттә: Корнеевка ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Татьяна Михайлова.
Автор фотоһы.
Читайте нас: