ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
29 Март 2018, 11:13

Аграрийҙар - әҙерлек һыҙатында

“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһында Урал алды зонаһында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уны уҙғарыуға арналған кәңәшмә үтте. Күләмле сарала Башҡортостан Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, уның урынбаҫарҙары һәм министрлыҡ вәкилдәре, төрлө ведомство, ойошма, 16 райондың ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары, баш агрономдары һәм инженерҙары, мәғлүмәт-консультация үҙәктәре директорҙары һәм башҡалар ҡатнашты. Эшлекле төркөмдө район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов оҙатып йөрөнө.

“Ашҡаҙар” ауыл хужалығы предприятиеһында Урал алды зонаһында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм уны уҙғарыуға арналған кәңәшмә үтте. Күләмле сарала Башҡортостан Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов, уның урынбаҫарҙары һәм министрлыҡ вәкилдәре, төрлө ведомство, ойошма, 16 райондың ауыл хужалығы идаралыҡтары начальниктары, баш агрономдары һәм инженерҙары, мәғлүмәт-консультация үҙәктәре директорҙары һәм башҡалар ҡатнашты. Эшлекле төркөмдө район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов оҙатып йөрөнө.
Күп функциялы ауыл мәҙәниәт йорто фойеһында үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары, яңы сорттар, минераль ашлама өлгөләре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Кәңәшмәлә яҙғы сәсеүгә әҙерлек барышы һәм уны сифатлы һәм ойошҡанлы үткәреү бурыстары тикшерелде. Һөйләшеү даирәһе техника әҙерлеге, яғыулыҡ-майлау материалдары, үҫемлектәрҙе һаҡлау саралары һәм минераль ашламалар менән тәьмин итеү, ауыл хужалығы культураларының яңы сорттарына ҡағылды.
Үҙебеҙҙә етештерелгән арзан һәм сифатлы тауар өсөн
Республика Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов сараны асып, төбәктең Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә әүҙем үҫешкән агросәнәғәт тармағы булараҡ танылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әйтеп үтергә кәрәк, ил бураһына район аграрийҙары 180 мең тоннанан ашыу иген тпашырып, үҙ өлөшөнө индерҙе. Тармаҡ үҫеше ике стратегик үҫешкә бәйле. Беренсеһе - инвестициялар йәлеп итеү булһа, икенсеһе - ярҙамсы хужалыҡтарға, фермер хужалыҡтарына, ауыл хужалығы кооперативтарына ыңғай үҫеш биреү. Крәҫтиәндең ҡулынан килмәгән эш юҡ, ул ни бары тәбиғәт шарттары һәм баҙар хаҡтарын ғына көйләй алмай.
- Тауарҙың үҙҡиммәтен кәметеү мөһим, юғиһә, баҙарҙа беҙҙең урынды башҡалар биләйәсәк. Иҡтисади күҙлектән сығып фекер йөрөткәндә, һалым һәм табыш башҡа субъекттар бюджетын тултырыра. Ҡулланыусылар һаулыҡ өсөн файҙалы тауарға өҫтөнлөк бирә. Халыҡты үҙебеҙҙә етештерелгән аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында ауыл хужалығы кооперативтарына берләшеү талап ителә. Был ыңғай күренеште хуплап ҡабул итеүселәр арта. Бөгөн, мәҫәлән, бәләкәй генә һөт эшкәртеү цехтары асып, продукцияны үҙең һатыу табышты икеләтә арттырасаҡ. Сеймал түгел, шуны продукцияға әйләндереүҙе талап итә баҙар,- тине Илшат Илдус улы.
Министрҙың беренсе урынбаҫары Рәмил Нурәхмәтов һөт, элиталы орлоҡ, тоҡомло мал, техника, ашламаларға субсидия ставкалары тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Фермер хужалыҡтары, ғаилә фермалары ойошторғандарға Грант алыу тәртибен аңлатты.
Шулай уҡ ауыл хужалығы министры урынбаҫарҙары Ирек Сураҡов, Павел Иофиновтарҙың сығышы йөкмәткеле булды.
Малсылыҡ та, үҫемлекселек тә үҫеш юлында
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов үҙ сығышында районда уҙған мөһим ваҡиғаларға байҡау яһаны. 7 эре ауыл хужалығы предприятиеһы һәм 79 фермер хужалыҡтарын берләштергән тармаҡ - тотороҡло үҫеш юлында. Үҫемлекселек менән малсылыҡ бер-береһен тулыландыра. Миҙгелдә шәкәр сөгөлдөрө майҙанын 666 гектарға арттырыу планлаштырыла. 13 мең гектарҙа сәселгән ужым культураһының 16 проценты яҡшы, ә 45 проценты уртаса ҡышлаған. Зыян күргән майҙан яңынан сәселәсәк. Миҙгел эштәренә орлоҡ артығы менән тупланған, уның 85 процентҡа яҡыны тикшерелгән, оҫтаханаларҙа техника ремонтлана, минераль ашлама һатып алына, яғыулыҡ-майлау материалдары ҡайтарыла.
Салауаттар космос мониторингыһын ҡуллана
Салауат ауыл хужалығы коперативы етәксеһе Сибәғәт Ғәйнуллин хужалыҡ тәжриәһендә навигация системаһы һәм космос мониторингыһы технологияһы идереүҙең өҫтөнлөгөн аңлатты. Ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеүсе предприятиелар үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итте, хаҡтар менән таныштырҙы. Биржа аша сауҙа, брокер компаниялары менән теләктәшлек итеү тармаҡтың заманса үҫешенә булышлыҡ итә. Ошо турала бай мәғлүмәт бирелде.
Сараның икенсе өлөшөндә аграрийҙар “Ашҡаҙар”хужалығында миҙгел эштәренә әҙерлек эштәре менән танышты, иген һаҡлау келәте, заманса йыһазландырылған машина-трактор паркында булды. Бөгөн бында минераль ашлама туплау дауам итә.
Аграрийҙар өсөн бындай саралар ойоштороу мөһим. Бергә йыйылып, ауыл хужалығы министры, белгестәр менән аралашыу һис шикһеҙ, тупланған тәжрибәне тулыландырасаҡ, яңыртасаҡ ҡына.
Читайте нас: