ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Апрель 2018, 12:40

Сәсеүлек майҙандары структураһы ниңә үҙгәрә

2018 йыл республикала ярауайҙар мйҙаны уҙған йыл күрһәткестәренән әллә ни айырылмай - 2 миллион 081 мең гектар тәшкил итәсәк, шул иҫәптән бөртөклө һәм бөртөклө ҡуҙаҡлылар - 1 миллион 368 мең гектар.

2018 йыл республикала ярауайҙар мйҙаны уҙған йыл күрһәткестәренән әллә ни айырылмай - 2 миллион 081 мең гектар тәшкил итәсәк, шул иҫәптән бөртөклө һәм бөртөклө ҡуҙаҡлылар - 1 миллион 368 мең гектар.
Шулай уҡ хужалыҡтарҙа сорт яңыртыу маҡсатында элиталы орлоҡ туплау дауам итә, миҙгел эштәренә 307 мең тонна орлоҡ һалынған. Бөртөклөләрҙең майҙанын күпме генә арттырһаң да, аграрийҙар уларҙан әллә ни файҙа күрмәй. Шунлыҡтан сәсеүлек майҙандары структураһына үҙгәрештәр индерелә - техник культуралар майҙаны (ярауай рапс, соя, горчица,рыжик(шипкән), етен) 31,6 мең гектарға артып, 349 мең гектар тәшкил итәсәк, тип күҙалана. Был бөртөклөләргә хаҡтың үтә түбән булыуына бәйле. Мәҫәлән, III класлы бойҙайҙың тоннаһына 5-5,5 мең һум тәҡдим итәләр, нут йәки төрөк борсағының тоннаһы 65 мең һум, етендең тоннаһы - 27 мең, рапс - 21 мең һум. Бөгөн тап ошолар килемле культура тип һанала.
Республикала көҙҙән 457 мең гектарҙа ужым культуралары сәселде, шуның 206 мең гектары ужым арышы, бойҙай - 208 мең гектар. Ҡыштың ҡарһыҙ һәм һалҡын булыуына бәйле, ужымдарҙың 11 проценты зыян күрҙе. Яҡынса иҫәпләүҙәр буйынса 2018 йылда 63 мең тонна минераль ашлама кәрәк буласаҡ. Яҙғы баҫыу эштәренә миҙгеленә 8 миллиард 921 миллион һум аҡса талап ителә.
Район аграрийҙары сираттағы миҙгел эшен күптән башланы инде. Машина-трактор парктары ҡеүәтле заманса техника менән тулыланды. Кадрҙар тейешле уҡыу, медицина тикшереүе үтте. “Ашҡаҙар” хужалығында уҙған республика кәңәшмәһендә БР Ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов аграрийҙарҙың дөйөм тырышлығы менән сираттағы баҫыу эштәрен дә уңышлы йырып сығыуға ышаныс белдерҙе.
Был тармаҡ белгестәренең берҙәм тырышлығына, республика, район етәкселегенең ярҙамына бәйле.
Азамат Асҡаров - ошо хужалыҡта үҙ урынын тапҡан белгес тиһәң, хата булмаҫ. Заманса техника менән идара итә ул. “Ремонт эштәре етди әҙерлек талап итә. Минең техника-яңы, шунлыҡтан ремонт кәрәкмәй. Ҡышҡы осорҙа малсылыҡта эшләһәм, яҙғыһын оҫтаханаламын”, - ти ул.
Хужалыҡта ужым культуралары 2100 гектар, ярауай бөртөклөләр - 8505, техник- 3300, мал аҙығы 4719 гектарҙы биләйәсәк.
ҺҮРӘТӘ: Азамат Асҡаров. Автор фотоһы.
Читайте нас: