ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Май 2018, 14:45

Мәләүездәр техникаға һаҡсыл ҡарашта

2018 йылдың1 ғинуарына ҡарата, дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы тарафынан 95 мең үҙйөрөшлө машина һәм уларға тағылма теркәлгән.

2018 йылдың1 ғинуарына ҡарата, дәүләт техник күҙәтеүе инспекцияһы тарафынан 95 мең үҙйөрөшлө машина һәм уларға тағылма теркәлгән. Шуларҙың 51 проценты физик шәхестәр тарафынан, 22 проценты ауыл хужалығы, ҡалғаны торлаҡ-коммуналь һәм юл хужалығы тармағында ҡулланыла.
Республика дәүләт техник тикшереүе инспекцияһы начальнигы урынбаҫары Илһам Шакиров район ауыл хужалығы идаралығында граждандарҙы ҡабул итте. Ҡасандыр уҡыу курсын тамамлаусы ниндәйҙер сәбәптәргә бәйле, ваҡытында имтихан тапшырмаған. Бөгөн уны танытма алыу өсөн имтихан биреү мөмкинлеге ҡыҙыҡһындыра. Шулай уҡ техниканы иҫәптән төшөрөү, киреһенсә, сит төбәктән һатып алынған автомашинаны иҫәпкә ҡуйыу буйынса консультация ярҙамы күрһәтелде. Ҡабул итеүҙән һуң Илһам Миңлехан улы индустриаль колледжда уҡытыу мастерҙары, етәкселек менән осрашыу уҙғарҙы. Йәштәргә эшсе һөнәре биреү йүнәлешендә эшләгән был уҡыу йортонда нигеҙҙә ауыл мәктәптәрен тамамлаған егеттәр белем ала. Бюджет нигеҙендә бер, тағы ла түләүле ике төркөм ойошторолған.
Уҡытыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы бирҙе. Мәҫәлән, имтихан тапшырғанда тракторҙа видеотеркәү системаһы ҡулланыу килеп сыҡҡан бәхәскә асыҡлыҡ индерә. Белемде тик лицензиялы уҡыу учреждениеларында алыу - көнүҙәк мәсьәлә. Ауыл хужалығында эшләйәсәк егет-ҡыҙҙарға төплө белем менән күнекмә, оҫталыҡ та биреү мотлаҡ. Ошо юҫыҡта индустриаль колледж уҡыусылары республика кимәлендә уҙған мәртәбәле конкурста лайыҡлы урын биләп, үҙҙәренең һөнәри яҡтан башҡаларҙан юғары икәнлеген дәлилләй.
Эшлекле сәйәхәт барышында республикала өлгөлө фермер хужалығы булараҡ танылған “Старт” хужалығы эшсәндәре менән дә осрашыу үтте.
Һүрәттә: Илһам Шакиров һәр мөрәжәғәт итеүесегә төплө яуап бирҙе.
Автор фотоһы.
Читайте нас: