Конгэк
+16 °С
Болотло
БЕҘҘЕҢ МЕНӘН БЕРГӘ БУЛЫҒЫҘ!
ОК
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
21 Май 2018, 12:42
Фермерҙар буш хәбәр һөйләмәҫ
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов фермер хужалығы етәкселәре менән осрашты.
Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов фермер хужалығы етәкселәре менән осрашты. Сараның маҡсаты - яҙғы баҫыу эштәре барышы менән танышыу, аграр тармаҡтағы мәсьәләләрҙе хәл итеү, үҙ - ара тәжрибә уртаҡлашыу. Бөгөн фермер хужалыҡтары баҫыу эштәрен үҙ көсө менән алып бара, был алдан ныҡлы әҙерлеккә барыуға бәйле.
Малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнгән “Иҙел” хужалығы етәксеһе Данияр Ғәбитов осрашыу уҙған кукуруз сәселәсәк баҫыуға күпме ашлама индерелеүе, орлоҡ сифаты тураһында һөйләне.
“Мәсәғүтов” хужалығында ла баҫыу эштәре тулы ҡеүәтенә дауам итә. “Ханнанов” та ла ошондай уҡ йүнәлештә эш алып бара. 200 баш йылҡы малы тәрбиәләгән эшҡыуар 150 гектарҙы биләгән күп йыллыҡ үлән баҫыуында талап ителгән эштәр башҡарған да инде.
Һүрәттә: күҙгә-күҙ осрашып аралашыу әһәмиәтлерәк.
Автор фотоһы.
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты