ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
28 Май 2018, 13:09

Ауыл халҡы әүҙем

Аптраҡ ауыл биләмәһе халҡы әүҙемлеге, тырышлығы менән айырылып тора. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһын үтәүҙә лә актив ҡатнаша улар.

Аптраҡ ауыл биләмәһе халҡы әүҙемлеге, тырышлығы менән айырылып тора. “Урындағы башланғыстарҙы хуплау” программаһын үтәүҙә лә актив ҡатнаша улар. Мәҫәлән, үткән йылғы йыйылышта күпселек тауыш менән биләмәгә янғын машинаһына тағылма кәрәклеген яҡлап сыҡты. Уның хаҡы бер миллион һум, шуның 100 мең һумын халыҡ үҙе йыйҙы, 50 меңен - спонсорҙарҙар бирҙе. Бына, ниһайәт, ошо көндәрҙә ауылға өр-яңы тағылма килтерелде.
Янғын сыҡмаһын инде, әммә хәҙер янғын машинаһының ҡоралмалар тейәлгән һәм һыу тултырылған тағылмаһы ла булғас, уның менән көрәшеү күпкә еңелерәккә тура киләсәк.
Быйыл үткән йыйылышта халыҡ Хәсән ауылында спорт майҙансығы төҙөү проектын яҡлап сыҡты.
Халыҡтың ярҙамы менән биләмәгә өр яңы тағылма килтерелде.
Читайте нас: