ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Июнь 2018, 14:28

Мал аҙығы әҙерләү өсөн техника әҙер

“Ашҡаҙар” кооперативында мал аҙығы йыйыу комбайндары, трактор, үҙйөрөшлө сапҡыстарҙың техник тикшереүен ойоштороу буйынса төбәк семинар-кәңәшмәһе үтте.

“Ашҡаҙар” кооперативында мал аҙығы йыйыу комбайндары, трактор, үҙйөрөшлө сапҡыстарҙың техник тикшереүен ойоштороу буйынса төбәк семинар-кәңәшмәһе үтте. Үҙйөрөшлө машиналарҙың һәм башҡа төр техниканың техник торошон күҙәтеү буйынса Дәүләт инспекцияһы тарафынан ойошторолған сарала ауыл хужалығы идаралығы белгестәре, хужалыҡтар етәкселәре, республиканың 19 районынан дәүләт инженер-инспекторҙар, профилле һөнәри уҡыу йорттары вәкилдәре ҡатнашты.
Кәңәшмәнең теоретик өлөшө Корнеевка күп функциялы ауыл мәҙәниәт йортонда барҙы. Уны республика Дәүләт инспекцияһы начальнигы Ринат Ғәлимов асты һәм тракторсы-машинистарҙы әҙерләү, үҙйөрөшлө машиналарҙы хәүефһеҙ ҡулланыу, имтихан ҡабул итеү тәртибе тураһында сығыш яһаны. Шулай уҡ дөйөм республикала техниканы тикшереү барышына, уны ойоштороу тәртибенә туҡталды.
Төбәктә ауыл хужалығы өлкәһе торошо менән район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов таныштырҙы. Уҙған йылда мәләүездәр уңыш йыйыу буйынса республика лидерҙары исемлегенә ингән. Аграрийҙар былтыр 277 миллион һумлыҡ техника һатып алһа, һуңғы биш йылда район хужалыҡтары ҡайтарған агрегаттар һаны 780 берәмек тәшкил итә. Агрономия өлкәһе эшсәндәре быйыл 77 мең гектарҙан ашыу ерҙә яҙғы сәсеү эшен башҡарған. Рөстәм Наил улы конференцияла ҡатнашыусыларға уңыш теләне.
Башҡортостандың Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Павел Иофинов агросәнәғәт өлкәһендә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән программаларға туҡталды. “Башлаусы фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаһы” кеүек программалар буйынса матди ярҙам әүҙем алып барыла. Продукцияны эшкәртеү йүнәлешендә эш башлағандарға, умартасылыҡ, балыҡ үрсетеү өсөн ҡорамалдар алырға субсидия ҡаралған. Павел Август улы ниндәй күләмдә һәм сифатта мал аҙығы әҙерләргә кәрәклегенә туҡталды.
- Төрлө һауа торошонда эшләй алырҙай заманса техника алыу отошло. Ямғырҙа ла бесән әҙерләргә мөмкин. Үләнде бер юлы киптереп, төрөп барған ҡеүәтле агрегаттар ярҙамында мал аҙығы ла ваҡытында етештерелә, сифаты ла юғары һаҡлана. Беҙ тәбиғәт шарттарына яраҡлашырға тейеш, - тине ул.
Ауыл хужалығы министрлығы малсылыҡ бүлеге мөдире Мөнир Сабитов, малсылыҡ һәм үҫемлекселек бүлеге әйҙәүсе белгесе Рәнис Әхмәтйәнов мал аҙығын етештереү ваҡыты, күләме, үҫемлектәрҙең өлгөрөү фазаһы, файҙалы матдәләр менән байытылыу нормаһы тураһында телмәр тотто.
Ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов мал аҙығы туплау кампанияһы планы менән бүлеште.
Конференцияла ҡатнашыусылар хужалыҡтың машина ихатаһында техника маркалары, уларҙың төҙөклөгө, функциялары менән танышты. Дәүләт техника күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре үҙйөрөшлө сапҡыс, аҙыҡ йыйыусы комбайн, трактор һәм уларҙың тағылмаларын тикшереү процесын, махсус мобиль үҙәге уңайлыҡтарын күрһәтте. Башҡа райондарҙан килгән инженер-инспекторҙар ҙа техниканы тикшереп ҡараны. Һәр агрегат мөмкинлектәре хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт биреп, “Ашҡаҙар” кооперативы етәксеһе Илдус Хәлитов сығыш яһаны. Хужалыҡта техника паркы йыл да тулыландырыла, яңыртыла. Заман талабына ярашлы сығарылған агрегаттарҙа эш тә көйлө бара.
Дәүләт техника күҙәтеү инспекцияһы баш инженер-инспекторы Динис Иҫәкәйев хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә туҡталды.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар фекер алышты, тәжрибәһе менән уртаҡлашты.
Һүрәттә: Техника тикшереү мәлен күҙәтеү.
Читайте нас: