ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Июнь 2018, 13:42

Етештерелгән тауарҙың сифаты ла, күләме лә юғары

Агросәнәғәт комплексы эшселәре йәйен-ҡышын туҡтамай эшләй. Ғүмерен үҫемлекселек, малсылыҡҡа бәйле кешеләрҙең тормошо үтә тынғыһыҙ. Юғары күрһәткестәргә өлгәшеү, сифатлы продукция алыу - төп маҡсат. Мәләүез ерендә бурысына тап төшөрмәй, намыҫлы эшләгән кешеләр йәшәй. Тармаҡ эшмәкәрлеге менән ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов таныштырҙы

Агросәнәғәт комплексы эшселәре йәйен-ҡышын туҡтамай эшләй. Ғүмерен үҫемлекселек, малсылыҡҡа бәйле кешеләрҙең тормошо үтә тынғыһыҙ. Юғары күрһәткестәргә өлгәшеү, сифатлы продукция алыу - төп маҡсат. Мәләүез ерендә бурысына тап төшөрмәй, намыҫлы эшләгән кешеләр йәшәй. Тармаҡ эшмәкәрлеге менән ауыл хужалығы идаралығы начальнигы Ринат Сәйфетдинов таныштырҙы:
- Быйыл аграрийҙар 80 мең гектарҙан ашыу ерҙә яҙғы сәсеү эшен башҡарҙы. Шуның 45,4 мең гектарын бөртөклө-ҡуҙаҡлылар тәшкил итһә, 22 меңен техник культуралар биләй. Шәхси хужалыҡтар менән бер иҫәптә картуф - 2 мең, йәшелсә 400 гектар майҙанда үҫтерелә. Мал аҙығы етештереү маҡсатына 18,8 мең гектар ер тәғәйенләнгән.
Ҡыштың ҡарһыҙ килеүе хафаға һалды. Ямғыр яуһа ла, тупраҡта дым аҙ. Ярылып ятҡан урындар етерлек. Монолиттар өлгөһөнә ҡарағанда, ужым культураһының 30 проценты юҡҡа сыҡҡанын күҙаллағайныҡ. Шуныһы ҡыуаныслы, өҫтәмә туҡландырғас, улар күтәрелеп, нығынып китте. Шуға күрә юғалтыу күп булманы. Май аҙағында төшкән ҡырауҙар сәбәпле, 1 мең гектарға яҡын сәсеүлек зыян күрҙе. Был хәл үҫемлекселек тармағы белгестәрен уйға һалды. Күптәр сәсеүлек структураһын үҙгәртте. Иғтибар килем килтерерҙәй нут, рапс, арпа, люпин, яҫмыҡ борсаҡ, етен кеүек культураларҙы сәсеүгә йүнәлтелде.
Быйыл хужалыҡтар минераль ашлама күләмен бер аҙ кәметте, бөтәһе 5 мең тонна ҡайтарылды, йәғни һәр гектарға 21 килограмм ашлама индерелде. Был һауа торошона бәйле. Ужым культуралары, шәкәр сөгөлдөрө беренсе ҡатҡа химик утау үткәрелде. Иртә сәсеүгә төшкәндәр ярауай культураларҙы эшкәртә башлаған. Татлы тамыр икенсе ҡатҡа утала.
Хужалыҡтар йылдан-йыл техника паркын яңырта. Бөтә төр эш агрегаттарға бәйле. Йыл башынан эшҡыуарҙар Валерий Буров, Анатолий Урчев, Валерий Павлов, Виктор Акшенцев, “Стар” хужалыҡтары, “Дружба”, “Ашҡаҙар”, “Иҙел”, “Трудовик” предприятиелары һөрөнтө сәскес, тырма, трактор, каток, телескопик тейәгес, үҙйөрөшлө һиптергес, сәсеү комплекстары һатып алды. Ер эшендә тәжрибәле механизаторҙар менән бер рәттән йәштәр ҙә эшләй. Һәр береһе махсус курстар, тикшереү, аттестация үткән. Аграрийҙар төп иғтибарҙы малсылыҡҡа йүнәлтһә лә, бөгөнгө баҙар иҡтисады етештереүсене отошһоҙ ҡалдыра. Сеймалды арзан хаҡҡа тапшырыу үҙҡиммәтте аҡламай. Мәҫәлән, “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәте 15 апрелдән һөттөң бер килограмын 14,5-15 һумға ҡабул итә. 1 июнгә ҡарата бөтә төр хужалыҡтарҙа 12,4 мең баш, шунда уҡ 5 мең һыйыр, мал-тыуар иҫәпләнә. Былтырға ҡарағанда 1,2 мең башҡа кәмегән. “Дружба”, “Трудовик”, “Ашҡаҙар”, “Иҙел”, Салауат исемендәге предприятиелар мал һанын ҡыҫҡартҡан. Ә бына фермер хужалыҡтары 391 башҡа арттырған. Биш ай эсендә 792,7 тонна һыйыр, йылҡы, һарыҡ-кәзә ите етештерелгән. Уҙған йыл күрһәткесенә ҡарата - 119,62 процент. Һимертеүгә ҡуйған малдың тәүлек артымы уртаса 400-700 грамм тәшкил итә. Һуңғы биш айҙа малсылар 1714 баш үрсем алған, йәғни 101,1 процент.
Тиҙҙән хужалыҡтар мал аҙығы әҙерләүгә тотонасаҡ. 2018-2019 йылдарға 15 мең тонна бесән, 50-шәр мең тонна сенаж, силос тупларға план ҡуйылған. Шартлы бер баш һыйыр малына 30 центнер ҡаты һәм һутлы аҙыҡ берәмеге тура киләсәк.
Ғөмүмән, беҙҙең аграрийҙар етештергән сеймалдың
сифатын да, күләмен дә юғары кимәлдә һаҡларға тырыша. Еңел булмаған заманда был
ынтылыш маҡтауға лайыҡ.
Читайте нас: