ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Июнь 2018, 13:56

Культуралар тигеҙ шытҡан

Йыл һайын һабантуй байрамы алдынан агросәнәғәт комплексы белгестәре хужалыҡтар баҫыуҙарын тикшерә. Быйыл өс кешенән торған комиссия, атап әйткәндә, райондың баш агрономы Аркадий Шафиҡов, “Россельхознадзор” үҙәгенең 8-се бүлеге начальнигы Раиса Мортазина, “Россельхозцентр” учреждениеһының Мәләүез бүлексәһе начальнигы Виктор Кризский биш эре хужалыҡ сәсеүлектәрен баһаланы.

Йыл һайын һабантуй байрамы алдынан агросәнәғәт комплексы белгестәре хужалыҡтар баҫыуҙарын тикшерә. Быйыл өс кешенән торған комиссия, атап әйткәндә, райондың баш агрономы Аркадий Шафиҡов, “Россельхознадзор” үҙәгенең 8-се бүлеге начальнигы Раиса Мортазина, “Россельхозцентр” учреждениеһының Мәләүез бүлексәһе начальнигы Виктор Кризский биш эре хужалыҡ сәсеүлектәрен баһаланы. Уларҙы предприятиеларҙың баш агрономдары ҡаршы алып оҙатып йөрөнө. Һәр культураның тигеҙ сәселеүе, ҡуйылығы, сүплелеге иҫәпкә алынды. Һөрөлмәй, сәселмәй ҡалған кәмселектәрҙе билдәләп, баһа ҡуйылды.
Салауат исемендәге кооператив бөтә төр культураны - бөртөклө, техник, йәшелсәне - тулы рәүештә күрһәткән һәм бөтә шартҡа яуап бирерҙәй итеп үҫтергән берҙән-бер хужалыҡ булды. Сәсеүлектәр тигеҙ, таҙа, культуралар һабағы көслө.
Яҙҙың һуңлап килеүе аграрийҙарҙың баҫыу эшен тотҡарланы. Шуға ҡарамаҫтан, “Ашҡаҙар” кооперативы, “Иҙел”, “Дружба”, “Мәләүез” фәнни-етештереү берекмәһе” йәмғиәттәре яҙғы культуралары өмөтлө күренә. Тәбиғәт шарты үҙгәреп тора, үҫемлектәр ҙә үҙенсә стресс кисерә, ти белгестәр.
Үҙ-ара тикшереү барышында комиссия ағзалары һәр хужалыҡтың баш агрономы менән әңгәмәләште, проблемалы һорауҙарҙы сисеү юлдарын эҙләне.
Бындай сараны эшҡыуарҙр ҙаа ойошторҙо. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтары эше буйынса әйҙәүсе белгес Евгений Кальянов етәкселегендә биш кешенән торған баһалама комиссияһы сәсеүлектәр торошо менән танышты.
Дөйөм әйткәндә, агрономик саралар ваҡытында һәм теүәл башҡарылған.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: “Мәләүез” фәнни-етештереү берекмәһе” йәмғиәте баш агрономы Сергей Дроздов комиссия ағзаларын ужым культуралары торошо менән таныштыра.
Читайте нас: