ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Июнь 2018, 12:50

Оҫталар барҙа - баҫыуҙар шаулай

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, йыл да “Һабансылар ярышы” конкурсы ойошторола.

Яҙғы сәсеү эштәре тамамланғас, йыл да “Һабансылар ярышы” конкурсы ойошторола. Механизаторҙарҙың һөнәри оҫталығын билдәләү быйыл Әхсән Мәсәғүтовтың фермер хужалығында уҙғарылды. Сарала 13 һабансы һынау тотто, ауыл хужалыҡтары белгестәре, агрономдар, инженерҙар ҡатнашты.
Райондың баш инженеры Ринат Бикбулатов бөтәһен дә сәләмләп, сығыш яһаны, ярыш шарттары, баһалама комиссия ағзалары менән таныштырҙы. Дәүләт техника күҙәтеү инспекцияһы начальнигы Динис Иҫәкәев транспортты ҡулланғанда, эшләгәндә, юл хәрәкәтендә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен иҫкәртте. Фермер Әхсән Мәсәғүтов хужалыҡ торошо менән таныштырҙы, конкурсанттарға уңыш теләне.
Механизаторҙар билдәле тәртип буйынса “МТЗ-82” маркалы тракторҙарҙа тәғәйен участкаларға йүнәлде. Ғәмәли өлөш бураҙнаның тәрәнлеге, киңлеге, тигеҙлеге, һөрөнтө ерҙең тышҡы күренеше, тупраҡты әйләндереп һалыу сифатын тикшереүгә ҡоролғайны. Теоретик һорауҙарға яуап биреү имтихан формаһында ойошторолдо. Егеттәр бында ла һынатманы. Һәр кем туплаған белемен, тәжрибәһен күрһәтергә тырышты.
Конкурс аҙағында ҡатнашыусыларға район Хакимиәте тарафынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. “Дружба” йәмғиәтенән Айрат Әхмәтшин еңеүсе тип танылды. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы индустрия колледжынан Илсур Вәлитов менән Рәмил Ишмәкәев (М.М. Кәримов фермер хужалығы) алды.
Сара аҙағында барыһына ла рәхмәт һүҙҙәре, изге теләктәр яңғыраны. Һәүәҫкәр артистарҙың концерты дәрт һәм йәм өҫтәне.
Автор фотолары.
Һүрәттәрҙә: Еңеүселәр: Илсур Вәлитов, Айрат Әхмәтшин, Рәмил Ишмәкәев.
Теоретик һорауҙарға яуап биреү мәле.
Читайте нас: