Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
26 Июнь 2018, 13:49

Иң яҡшы трактор иптәш Волковта

Воскресенский ауыл биләмәһендә шәхси хужалыҡтар тракторҙары техник яҡтан тикшерелде.

Воскресенский ауыл биләмәһендә шәхси хужалыҡтар тракторҙары техник яҡтан тикшерелде. Ҡусҡар утары, Воскресенский ауылынан бөтәһе 16 кеше был сараға етди әҙерләнгәйне. Йыуылған, буялған, талапҡа ярашлы төҙөкләндерелгән төрлө маркалы тракторҙар махсус майҙансыҡта сафҡа теҙелде. Транспорт хужалары комиссия ағзаларына машинаны законлы файҙаланыуҙы раҫлаған милек хоҡуғы, транспорт менән идара итеү таныҡлығы, теркәү үткән документты, ОСАГО страховкалау полисы, дәүләт пошлинаһы түләү квитанцияһын күрһәтергә тейеш ине.
Район буйынса баш инженер-инспектор Динис Иҫәкәев транспорт менән эшләгәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тураһында иҫкәртте. Воскресенский ауыл биләмәһе башлығы Сергей Кувайцев конкурста ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе.
Бөтә тракторҙар ҙа техник тикшереү үтте. Был сара конкурс формаһында ойошторолғас, еңеүселәр ҙә билдәләнде. Михаил Волков - беренсе, Петр Барышников икенсе урын алды, Александр Семавин менән Сергей Барышников өсөнсө урынды бүлеште.
Әлиә БУЛАТОВА.
Автор фотоһы.
Һүрәттә: Кокурста еңеүселәр.
Читайте нас: