ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Июль 2018, 13:10

Илдар был юлы ла яҡташтарын ҡыуандырҙы!

Ер һөрөү буйынса Рәсәй Чемпионаты быйыл Суздаль ҡалаһында үтте.

Ер һөрөү буйынса Рәсәй Чемпионаты быйыл Суздаль ҡалаһында үтте. 15-се июндән алып 25-нә тиклем илебеҙҙең төрлө төбәгенән килгән 60-лап механизатор үҙ оҫталығын күрһәтте. Республикабыҙҙың йөҙөн аҡлаған яҡташыбыҙ Илдар Ишекәев был конкурста етенсе тапҡыр ҡатнаша. Команда составына Стәрлетамаҡ районынан Римир Ғизәтуллин, Башҡортостан аграр университеты студенты Әлиә Яҡупова ла ингәйне.
Илдар Хәйерүәр улы “Трактор-шоу” этабында трактор менән идара итеү оҫталығын юғары кимәлдә күрһәтеп, иң яҡшылар иҫәбенә инде. Ғөмүмән конкурста ул дүртенсе урын яуланы. Был - оло еңеү! Әйткәндәй, Илдар Ишекәев быға тиклем дә ер һөрөү буйынса Европа һәм Донъя чемпионаттарында һәр ваҡыт тәүге унау иҫәбендә килде.
Афарин, Илдар! Мәләүез ерен генә түгел, тотош Башҡортостаныбыҙҙы данлап, беҙҙең өмөттәрҙе аҡлап ҡыуандыраһың!
Читайте нас: