ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
3 Июль 2018, 13:05

Мал аҙығы туплана

Миҙгел эштәре бер-береһен алмаштырып килә. Сәсеү, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүҙән һуң, аграрийҙар бесәнгә төшә.Миҙгел эштәре бер-береһен алмаштырып килә. Сәсеү, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүҙән һуң, аграрийҙар бесәнгә төшә.

Миҙгел эштәре бер-береһен алмаштырып килә. Сәсеү, сәсеүлектәрҙе тәрбиәләүҙән һуң, аграрийҙар бесәнгә төшә. Шартлыса бер баш һыйыр малына 30 центнер мал аҙығы әҙерләү ҡаралған. Ғөмүмән, быйыл ауыл эшсәндәре 8473 гектар - күп йыллыҡ, 4500 гектар тәбиғи үләнде сабырға тейеш. Бөтәһе 15 мең тонна бесән, 50-шәр тонна силос менән сенаж туплау күҙаллана. Мал аҙығы әҙерләү кампанияһы башланғансы, аграрийҙар техниканы тәртипкә килтерҙе, силос, сенаж өсөн тәғәйен соҡорҙарҙы төҙөкләндерҙе.
Ғәҙәттә район хужалыҡтары эште йәшел массаны туплауҙан башлай. “Иҙел” агрофирмаһы тәүгеләрҙән булып сенаж һала башланы. Был эшкә дүрт берәмек мал аҙығы әҙерләүсе “Полесье” комбайны һәм өс “КамАЗ” йәлеп ителгән. Хужалыҡтың 1100 гектар ерен мал аҙығына тәғәйен культуралар биләй.
Айбулат АҠНАЗАРОВ.
Читайте нас: