ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Июль 2018, 12:28

“Ярина” – беҙҙең берҙәмлек билдәһе

Ямаевтар бөгөн 900 гектарҙан артыҡ ерҙә иген культураларын, шәкәр сөгөлдөрөн, көнбағыш үҫтереп, юғары уңыш алыуға көс һала.Ямаевтар бөгөн 900 гектарҙан артыҡ ерҙә иген культураларын, шәкәр сөгөлдөрөн, көнбағыш үҫтереп, юғары уңыш алыуға көс һала.

Ауыл ерендә шөғөл тапмағандарға өлгө булырҙай ғаиләләр бар. Ергән ҡасабаһында төпләнеп, фермерлыҡ эшен алып барған Ямаевтар тап шундайҙарҙың береһе.

Ғаилә башлығы Рәүф Вәли улы ысын ир-егеттәргә хас сифаттарға эйә; ышаныслы, етди, тыныс холоҡло,алдынғы ҡарашлы.Үҫемлек нескәлектәрен тәрән өйрәнгән белес байтаҡ йылдар “Трудовик” предприятиеһында агроном бурысын яуаплы үтәй. 1994 йылда иһә ул ҡатыны Рәйфә Хәйбир ҡыҙы менән үҙ хужалыҡтарын булдырырға тигән ҡарарға килә. Исемен дә ентекле уйлап тапҡандар: “Ярина”. Уға оло мәғәнә һалынған. Тәүге хәрефе Ямаев фамилияһына бәйле, ә “Р” - Рәүеф менән Рәйфә И, Н, А хәрефтәре өс балаларының исеме – Искәндәр, Нәфисә, Айгөл. Шулай итеп, ғаиләнең берҙәмлеге, татыулығы дөйөм эшкә беркетелә.

Ямаевтар бөгөн 900 гектарҙан артыҡ ерҙә иген культураларын, шәкәр сөгөлдөрөн, көнбағыш үҫтереп, юғары уңыш алыуға көс һала. Хужалыҡта техника паркы яңыртылыу, тулыландырыу юлында. “МТЗ – 82”, “ХТА – 220”, “ОРТЗ – 150” тракторҙары, “Полесье – 1218”, “Акрос – 595” иген йыйыу комбайндары, тырма, һиптергес,сөгөлдөр тейәгес, сәсеү комплекстары үҙ көстәре менән алынған, уңыш, техника һаҡлау келәте, ангар төҙөлгән. Матди-техник базаны нығытыу өсөн улар Россельхозбанк филиалы менән хеҙмәттәшлек итәләр. Был дуҫлыҡ 2006 йылдан алып килә. Льготалы кредит юллап, яғыулыҡ-майлау материалы, орлоҡ, минераль ашлама һатып алына. Рәүф Вәли улының хужалығында алты кеше эшләй.Кешелекле, хәстәрле, ярҙамсыл етәксе хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнештә. Быға тиклем эшләп киткәндәр араһында фермерлыҡ эшмәкәрлеген башлағандар бар. Рәүф Ямаев уларға финанс ярҙам күрһәтә, белеме, тәжрибәһе менән уртаҡлаша.

-Заман еңелдән түгел. Тырышлыҡ һалып эш асҡандарҙы күтәрергә кәрәк, - ти киң күңелле фермер.

Берҙәмлектә - көс, тиҙәр. Рәүф Вәли улының ныҡлы терәге, таянысы – ҡатыны Рәйфә. Финанс буйынса белемен камиллаштырған, алдан күрә белгән, ойоштороуға һәләтле Рәйфә Хәйбер ҡыҙы менән ҡатмарлы юлдарҙы үтеүе күпкә еңел. Бухгалтерия, отчеттар барыһы ла уның өҫтөндә. Рәүф Ямаевтың тағы ла ышаныслы кешеһе – улы Искәндәре бар. Ул – атаһының уң ҡулы, яҙмышын ер эше менән бәйләп, дөйөм йөктө бергә тартыша. Атай нигеҙе эргәһендә уның да иркен, матур йорто ҡалҡып сыҡҡан. Ғөмүмән, берҙәм булып, кәңәшләшеп, киләсәккә план төҙөп эшләүгә ни етә. Уйлап ҡараһаң, яҙмыш бик ҡыҙыҡ: бер ерлектә тыуып үҫкән Рәүф менән Рәйфә Мәскәүҙә таныша. Егет Рәсәй халыҡтар дуҫлығы университетында белем ала, ә ҡыҙ В.В. Куйбышев исемендәге инженер-төҙөлөш институтында уҡый. Белем артынан баш ҡалаға тәүәкәлләүҙәре генә лә уларҙың ныҡышмалылығы, маҡсатлы, тырыш булыуҙары хаҡында һөйләй. Хәләл көс менән тапҡан мал бәрәкәтле, ти халыҡ. Төрлө яҡтан уңған Ямаевтар артабан да уңыштары менән ҡыуандырһын.
Читайте нас: