ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Июль 2018, 12:31

“Трактор” айлығы дауам итә

Район - ҡалала “Трактор” айлығы дауам итә

БР үҙйөрөшлө машиналар һәм башҡа төр техника торошон техник яҡтан күҙәтеү дәүләт инспекцияһы бойороғона ярашлы, район- ҡалала “Трактор” айлығы дауам итә. Сара барышында дәүләт техник күҙәтеү секторы, ауыл хужалығы идаралығы белгестәре тарафынан 18 берәмек техника тикшерелде. Күрһәтелгән тәртиптә теркәлмәгән, техник тикшереү уҙмаған “тимер ат”ты ҡулланған хужалар административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Махсус операция 17 августҡа тиклем дауам итә.

Ураҡ эштәренә әҙерлек

Район буйынса 96 берәмек комбайн теркәлгән, бөгөнгә шуларҙың 60 процентҡа яҡыны техник әҙерлек үткән. Ураҡ эштәренә әҙерлек барышында техниканың төҙөклөгө, янғын хәүефһеҙлеге, водителдең таныҡлығы, әҙерлегенә иғтибар йүнәлтелә.

Читайте нас: