ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Август 2018, 12:37

Маҡсатыбыҙ - үҫтерелгәнде юғалтыуһыҙ йыйыу

“Ғирфатов” хужалығының Тирәкле ауылы биләмәһенә яҡын урынлашҡан сәсеүлек ситтәре күптән инде янғын хәүефһеҙлегенә ҡаршы эшкәртелеп, һөрөлгән.

Ҡала тарафынан килгәндә уларҙың тигеҙлеге иғтибарҙы йәлеп итә. Ужымлылар яҡшы юғалтыуһыҙ ҡышлаған, агросаралар ҙа ваҡытында башҡарылған. Беҙҙең ижади төркөм 8 йылдан ашыу ауыл хужалығы тармағында тәжрибә туплаған механизатор Александр Субботиндың 140 гектарҙы биләгән ужым арышын яҫмаларға һалған мәленә тура килде. Тирәкле ауылында тыуып-үҫкән егет Стәрлетамаҡ ҡалаһында махсус белем алғандан һуң, тыуған ауылынан ситкә китмәй, ошонда төпләнә. “Яҙмышыма, һөнәремә зарланмайым. Техника менән бәләкәйҙән дуҫ булдым. Ғөмүмән, хәҙер техниканы бысранып, майланып ремонтламайҙар, сөнки әҙерлек һыҙығына ҡуйғанға тиклем улар ныҡлы һынау үтә”, - ти егет. Ужым арышын сабыуҙы тамамлағас, бойҙай культураһына төшәсәктәр. Бына шулай, ваҡыттың һәр минутын файҙалы ҡулланып ҡалырға тырышалар бында.
Бөгөн хужалыҡта мал аҙығын икенсегә сабыла. Ямғырлы яҙҙан һуң йылытып ебәргән көндәр бесән үҫешенә ыңғай тәҫьир итмәй ҡалмаған. Ферма биләмәһенә өйөлгән бесән төргәктәре уҙған йылдан ҡалған. Ағымдағыһында ла ул артығы менән әҙерләнәсәк. Үҫемлекселек һәм малсылыҡ тармағы йәнәш алып барыла. Бөгөн 160 баш малға тәғәйенләнгән ферманың ҡыйығы ябыла. Махсус бригада был эште тиҙ арала тамамлауҙы күҙаллай. Хеҙмәткәрҙәр күп түгел, әммә башҡарылған эш сифатына тел тейҙерермен түгел.
Бына шулай, үҫтерелгәнде яңыраҡ сафҡа тапшырылған иген келәтенә юғалтыуһыҙ һалыу маҡсаты менән эшләй тармаҡ хеҙмәтсәндәре.
Һүрәттә: ферма ҡыйығын ремонтлау дауам итә.
Автор фотолары.
Читайте нас: