ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
8 Август 2018, 12:24

Нөгөш буйҙарында эш гөрләй

Райондың ауыл хужалығы предприятиелары һәм крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ураҡ эштәре менән бергә мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ҡыҙа.

Әлегә һауа торошо аграрийҙар яҡлы.
Беҙҙең ижади төркөм “Мәҡсүтов” фермер хужалығында булды. Ҡалаға яҡын урынлашҡан хужалыҡтың бөртөклөләр майҙаны 800 гектарҙан артыҡ.
Егеттәрҙең 50 гектарҙы биләгән арыш баҫыуында эшләгән мәленә тура килдек. Игенселек тармағында 12 механизатор йәлеп ителгән. “Дон-1500” комбайны менән Азат Иҡсанов идара итә, юғары етештеүсәнле техниканы уҙған йыл үҙ аҡсаларына һатып алғандар, юғиһә, быға тиклем техниканы ураҡ осоронда ҡуртымға алырға тура килгән. Тырыш, намыҫлы хеҙмәткәр, тиҙәр уның тураһында. Ҡеүәтле техниканың көндәлек нормаһы - 30 гектар, шунлыҡтан кискеһен икенсе баҫыуға күсеү күҙаллана. Әлегә гектар ҡеүәте тураһында әйтеү ауырыраҡ, шулай ҙа ашламаланған, агросаралар ваҡытында башҡарылған баҫыуҙа уның юғары булыуына өмөт ҙур. Бына шулай, ҡайһы ваҡыт килемгә ҡарағанда, сығымы күберәк булып китә тармаҡтың.
- Арыш яҫмаларға һалынғас, 1-2 көн кибә, был осраҡта юғалтыу кәмерәк, уңыш та таҙа була. Ике келәт тә миҙгелгә тулыһынса әҙер, егеттәр ЗАВ- ты көйләү менән мәшғүл, - ти етәксе Самат Мәҡсүтов.
Тәжрибәле механизаторҙарҙың береһе Минтимер Ҡотлоғужинды ла тик яҡшы яҡтан ғына һөйләнеләр. Техниканы төҙөк тотҡан, үҙенә тапшырылған эште еренә еткереп үтәгән ялан батырының эше маҡтауға лайыҡ, бөгөн ул “Белорус” та уңышты келәткә ташый.
Хужалыҡта тәртип, иҫәп-хисап ваҡытында атҡарыла. Беренсел маҡсат - матди-техник базаны нығытыу, шулай уҡ яңы сапҡыс, тағы ла 1-2 берәмек техника һатып алыу.
Игенселек ме­нән төп йүнәлеш итеп мал­сылыҡ тармағы һайланған. Бында ике һөт­сөлөк фермаһында 300 баш мал аҫрала, көтөүлек үҙҙәрендәге таналар иҫәбенә арттырыла. Тынғыһыҙ, даими эҙләнеү,яңы алымдар талап иткән малсылыҡҡа 15 кеше йәлеп ителгән. Һауылған һөт “Мәләүез һөт-консерва комбинаты” йәмғиәтенә, Ергәнгә шәхси эшҡыуарға тапшырыла. Ошо аҡса эш хаҡы, төрлө сығым, яғыулыҡ-майлау материалдарына тотонола. Хеҙмәткәрҙәргә бесән хужалыҡ тарафынан әҙерләнә, иген-фуражы ла күпме кәрәк, бирелә.
50 гектарҙы биләгән икенсе баҫыуҙа мал аҙығы әҙерләү дауам итә. Был яуаплы кампанияла Илфат Күҫәкәев, Ринат һәм Сынтимер Мәҡсүтовтар, Рәфис Таштимеров, Ринат Хәйбуллин, Азат һәм Йәүҙәт Ғиззәтуллиндарҙың хеҙмәтен баһалап үтмәй булмаҫ. Уҙған йыл артығы менән тупланған мал аҙығы ҡалһа ла, ағымдағыһында уны тағы арттырыу күҙаллана. Сенаж һалыу бөтә талаптарға ярашлы алып барыла ул ике йыл элек капиталь ремонтланған 1000 һәм 1500 тонна һыйҙырышлы соҡорҙарға ташыла.
Яңауыл, Шәрип ауылдарындағы фермаларҙа ваҡ ремонт эштәре уҙғарылған, тирә-яғы тәртипкә килтерелгән. Хеҙмәт һәм янғын хәүефһеҙлеге талаптары көнүҙәк мәсьәлә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көтөүгә ҡыуылмаған малдың күпләп сәсеүлектәрҙе тапауы сығым һалып үҫтергән уңышҡа зыян килтерә.
Шулай ҙа хужалыҡ етәкселеге тарафынан булған иғтибар үҙ һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай: ҡасандыр ситкә киткәндәр кире әйләнеп ҡайта, хаҡлы ялға сыҡҡандар ҙа бында ең һыҙғанып эшләй, сөнки уларҙың хеҙмәте һәм тәжрибәһе юғары баһалана.
Читайте нас: