ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Август 2018, 11:48

Тәжрибә уртаҡлаштылар

Салауат исемендәге хужалыҡта “Картуф яланы көнө” семинар – кәңәшмәһе ойошторолдо.

Республика Хөкүмәте ауыл хужалыҡтарында картуф төрлөлөгөн арттырыуҙа, уларҙы үҫтергәндә технологиялар ҡулланыуҙа, ҡеүәтле техника алыуҙа ярҙам итеү буйынса төплө эш алып бара. Башҡортостанда ауыл хужалығы предприятиеларының, крәҫтиән – фермер хужалыҡтарының артыуы шул хаҡта һөйләй. Райондың Салауат исемендәге хужалыҡ тотороҡло үҫеш юлында: уларҙың башҡаларға күрһәтерлек ҡаҙаныштары, уртаҡлашырлыҡ тәжрибәһе бар. Шуға күрә лә “ Картуф яланы көнө” семинар –кәңәшмәһе ошонда ойошторолдо ла инде. Сарала БР Ауыл хужалығы министры урынбаҫары Ирек Сураҡов, район Хакимиәте етәкселеге, республиканан, төрлө райондарҙан ауыл хужалығы идаралығы белгестәре, предприятие етәкселәре, техника менән тәьмин иткән компания вәкилдәре ҡатнашты.
“ Картуфты юҡҡа ғына икенсе икмәк менән сағыштырмайҙар. Ул һәр ваҡыт һорау менән файҙаланасаҡ”,- тине Ирек Искәндәр улы һәм элиталы орлоҡ, ашлама, техника өсөн субсидиялар ҡаралғанын әйтеп үтте. “Районда картуф үҫтереү менән Салауат кооперативы хужалығынан башҡа тағы ике фермер хужалығы шөғөлләнә. 29 тонна уңыш алырға өмөтләнәбеҙ”, - тине район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов.
Һуңғы йылдарҙа хужалыҡтарҙа тәжрибә уртаҡлашыуға йүнәлтелгән семинарҙарҙы ойоштороу яҡшы йолаға әйләнде. Был сараның Тирәклелә уҙғарылыуы салауаттарҙың тағы ла бер баҫҡысҡа күтәрелеүен күрһәтте. Хужалыҡ етәкселеге Сибәғәт Ғәйнуллин әйтеүенсә, тәжрибә артынан Голландияға ла барып ҡайтҡандар. Картуфтың төрҙәрен орлоҡҡа Мәскәү, Һамар ҡалаларынан һатып алғандар, тәжрибә күрһәтеүенсә, үҙҙәрененең орлоҡтарының сифаты яҡшыраҡ. Бындағы 0,15 гектарҙағы йәйге теплицала һәм 3 гектар тәжрибә баҫыуында орлоҡ сорттары сәселгән. Тәжрибәле белгестәр уларҙы тәрбиәләү, һаҡлау серҙәре һәм нескәлектәре менән уртаҡлашты.
Уңыштың бер өлөшө һаҡлау ваҡытында төрлө ауырыуҙарҙан юҡҡа сығыуы, шуға ла үҫемлек организмының тәбиғи һаҡлыҡ механизмдарын уятырға мөмкинлек биргән таҙа алымдарҙы ҡулланыу тураһында ла кәңәштәр күп булды.
Автор фотоһында:
Был яланда вирусһыҙ картуф үҫә.
Читайте нас: