ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
18 Сентябрь 2018, 13:30

"Тағылма" операцияһы

Республика биләмәһендә үҙйөрөшлө машиналар һәм уларға тағылмалар менән файҙаланыуҙа хоҡуҡ боҙоуҙарҙы профилактикалау маҡсатында “Тағылма” операцияһы үтә.

1 сентябргә ҡарата район-ҡалала 1808 берәмек үҙйөрөшлө машина (64 проценты техник күҙәтеү үткән) һәм 348 тағылма (65 проценты тикшерелгән) теркәлгән. Рейд барышында техниканың дәүләт теркәүе, техник күҙәтеү үтеүе, ОСАГО полисы һәм уға идара итеүсенең тракторсы-машинист таныҡлығы булыуы тикшерелә.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, район биләмәһендә иҫәпкә ҡуйылған техниканың бөтәһе лә тикшереү үтмәгән.“Тағылма” операцияһының маҡсаты юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, экологияны, кеше ғүмерен һаҡлауға йүнәлтелгән. Профилактик сара 28 сентябргә тиклем дауам итә.
Район дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы.
Читайте нас: