ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
10 Октябрь 2018, 14:33

Шәкәр сөгөлдөрө уңышы яҡшы

Республиканың Стәрлебаш, Өфө һәм Федоровка райондарында шәкәр сөгөлдөрөн ҡаҙыу тамамланды.

Бында 22 мең ярым тонна уңыш йыйылған. Шәкәр сөгөлдөрө үҫтереү менән ныҡлап шөғөлләнгән райондарҙа - Бүздәк, Благовар һәм Шишмәлә - уңыш 100 мең тонна тәшкил итә. Республикала план 47 процентҡа үтәлгән. Бөгөнгә 630 мең тонна шәкәр сөгөлдөрө ҡаҙып алынған.
Ужым культураһын сәсеү тамамланды
Аграрийҙар ужым культураларын сәсеүҙе тамамланы. Киләһе йыл уңышы 12 мең гектарҙы биләй. Бөгөн ҡарабойҙай, көнбағыш, кукуруз сабыу тамамланыу алдында. Һуңғыһы орлоҡ өсөн дә талап ителә.
“Ашҡаҙар” хужалығында уның гектар ҡеүәте 400 центнерға яҡын, көнөнә 2 мең тонна әҙерләнә. Баҫыуҙа заманса ҡеүәтле техника эшләй. Ике бүлексәлә 3 мең башҡа яҡын мал иҫәпләнә, шунлыҡтан мал аҙығы күп талап ителә. Бөгөнгә тупланған силос ике йылға етерлек.
Читайте нас: