ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Ноябрь 2018, 13:35

Быйыл да алдынғылар сафында

Ҡотлайбыҙ! Республиканың баш ҡалаһында Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәтсәндәре көнө айҡанлы тантаналы йыйылыш үтте. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов, һөнәри байрам менән ҡотлап, тармаҡты үҫтереүҙә уңышҡа ирешкәндәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.

Район Хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов етәкселегендә ауыл хужалығы продукцияһы етештереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшкән Мәләүез районы ла Башҡортостан Хөкүмәте Дипломына лайыҡ булды.
Шулай уҡ район Хакимиәтенең мәғлүмәти-аналитика бүлеге (начальнигы Ю. Ә. Мырҙабулатова) БР Хөкүмәте Дипломы менән бүләкләнде.
“Ашҡаҙар” кооперативы механизаторы С. Локтионов - республикалағы “Иң яҡшы комбайнер” исемлегенә инде һәм “Шевроле Нива” автомобиленә хужа булды.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Читайте нас: