Конгэк
-5 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
dzen
Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
12 Март 2019, 13:14
Яуаплы осор
Яуаплы миҙгел алдынан бергә йыйылып кәңәшләшеү, ҡануниәттәге үҙгәрештәр менән танышыу, уҙған йылға йомғаҡ яһау яңылыҡ түгел. Мәләүез индустриаль колледжында сираттағы техника тикшереүе һәм автотранспортты хәүефһеҙ ҡулланыуға арналған кәңәшмә үтте. Сара райондың ауыл хужалығы тармағы инженерҙары, фермер хужалыҡтары, ҡала предприятеларының механиктары һәм белгестәре ҡатнашлығында уҙҙы.

Район-ҡала дәүләт техник күҙәтеүе начальнигы Динис Иҫәкәев “2019 йылда техника күҙәтеүе уҙғарыу һәм ауыл хужалығы машиналарын хәүефһеҙ файҙаланыу” темаһына сығыш яһаны. Уҙған йыл 1500 техника тикшерелгән, етешһеҙлектәр буйынса административ яуаплылыҡ билдәләнгән. Республика буйынса агросәнәғәт комплексына ҡараған техника ҡатнашлығында 52 юл транспорты ваҡиғаһы теркәлгән, 8 кешенең ғүмере өҙөлгән, ә район буйынса 8 махсус операция ойошторолған, бәхетһеҙлек осрағында бер кеше зыян күргән.
Уҡыу йортоноң өҫтәлмә белем биреү педагогы Фирҙәүес Сангишева үҙ сығышында 769 студент уҡыған колледжда һөнәри оҫталыҡты үҫтереү йәһәтенән башҡарылған эштәр тураһында мәғлүмәт менән таныштырҙы. Яңы уҡыу йылына 250 уҡыусы ҡабул итеү ҡаралған.
Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.
Һәр сығыш ҡыҙыу фекер алышыуға әүерелде.
Автор фотоһы.
Мәҡәләнең тулы вариантын гәзиттең 21-се һанында уҡығыҙ.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Илһөйәрлек мәктәбе
29 Сентябрь , 16:20
Һалдаттар өсөн селтәр үрергә килегеҙ!
Хәүефһеҙлек мәктәбе
2 Октябрь , 17:15
Кибер енәйәтселәрҙең хәйләләренә бирелеп, аҡсаларын юғалтмағыҙ
Шулай уҡ уҡығыҙ
Әсәйебеҙ - беҙҙең таянысыбыҙ
Әсәй... яҡты ҡояшка тиң, иң ҡәҙерле кешебеҙ һин.
Әсәйҙәр көнө үҙҙәре барҙа көн һайын булырға тейеш тә бит