ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
16 Май 2019, 18:26

Үрсем дә бар, һөт тә арта

Салауат исемендәге хужалыҡҡа ҡарарған “Һабаш” фермаһы мөдире Илгиз Игбаев һыйырҙың һөтө - телендә икәнлеген яҡшы белә. Бөгөн фермала 911 баш мал аҫрала. Шуларҙың 300-ө - һауын һыйыры, йөҙгә яҡын башмаҡ бар. “Көнөнә 6 тонна 600 килограмм һөт тапшырабыҙ. Ҡуйылығы ҡышын 4,2 процентҡа еткәне булды, әлеге осорҙа 3,9-ҙан төшмәй”, - ти ул. Зоотехник Флүр Әхмәлетдиновтың мал аҙығы рационын бик иғтибар менән күҙәтеүе һауыу күрһәткесен яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.

Салауат исемендәге хужалыҡҡа ҡарарған “Һабаш” фермаһы мөдире Илгиз Игбаев һыйырҙың һөтө - телендә икәнлеген яҡшы белә.
Бөгөн фермала 911 баш мал аҫрала. Шуларҙың 300-ө - һауын һыйыры, йөҙгә яҡын башмаҡ бар. “Көнөнә 6 тонна 600 килограмм һөт тапшырабыҙ. Ҡуйылығы ҡышын 4,2 процентҡа еткәне булды, әлеге осорҙа 3,9-ҙан төшмәй”, - ти ул. Зоотехник Флүр Әхмәлетдиновтың мал аҙығы рационын бик иғтибар менән күҙәтеүе һауыу күрһәткесен яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.
Бында ремонтланмаған, ҡул көсө ҡулланылған малсылыҡ объекты юҡ. Заманса һауыу залы, ял бүлмәһе, белгестәр өсөн айырым кабинеттар - бөтәһе лә тырышып эшләү өсөн стимул. Шуға ла һәммәһе үҙ һөнәрен яратып башҡара. Машина менән һауыу операторҙары Гөлшат Игбаева, Гөлназ һәм Әлфиә Алсынбаевалар, Ләйсән Бикбулатова, Инна Ибраһимова, Әнисә Сәғитованың эш ваҡыты таңғы 4-тә башланып киске 10-ға тиклем дауам итә, шуға ла эш график буйынса ойошторолған. Быҙау ҡараусылар Лилиә Ибраһимова, Ирек Бикҡушевтың да исемен телгә алмау мөмкин түгел: малҡайҙарҙың тәүлегенә бер килограмға артымы - уларҙың хеҙмәт һөҙөмтәһе. Әйткәндәй, бында аҡлы-ҡаралы тоҡомло һыйырҙарҙы ЭКО (экстракорпораль аталандырыу ысулы) ярҙамында аталандырыу ҡулланыла. Башҡортса һөйләшергә өйрәнгән белгес Терений Савельев үҙ эшенең оҫтаһы. Малсылар Артур һәм Денис Бикбулатовтар, Рәфҡәт Йәрмөхәмәтовтар һәм башҡалар эш урындары булыуға, айҙан-айға хеҙмәт хаҡы түләнеүгә һөйөнөп эшләй.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Һүрәттә: Свердловск өлкәһенән килтерелгән һыйырҙарҙың алдынан бесән өҙөлмәй.
Автор фотоһы.
Читайте нас: