ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
30 Май 2019, 17:46

Рузана, Ришат - беренсе!

Районыбыҙҙа һауынсылар ярышын уҙғарыу матур традицияға әйләнгән. Бына быйыл да ап-аҡ халаттарын кейгән, шат йөҙлө ҡатын-ҡыҙҙар, яһалма аталандырыу операторҙары алдынғы хужалыҡтарҙың береһе булған “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең Яңы Казанковка бригадаһына йыйылды.

Районыбыҙҙа һауынсылар ярышын уҙғарыу матур традицияға әйләнгән. Бына быйыл да ап-аҡ халаттарын кейгән, шат йөҙлө ҡатын-ҡыҙҙар, яһалма аталандырыу операторҙары алдынғы хужалыҡтарҙың береһе булған “Дружба” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттең Яңы Казанковка бригадаһына йыйылды.

Сараны район Хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлеге етәксеһе Сергей Новоженин асты. Ул ауыл хужалыҡтарындағы матур күрһәткестәр менән һөйөндөрҙө. “Һөт һауыу буйынса лидер - “Ашҡаҙар” хужалығы (бер һыйырҙан көндәлек һауым - 28,2 килограмм), икенсе һәм өсөнсө урында - Салауат исемендәге хужалыҡ (24 килограмм) һәм “Дружба” йәмғиәте ( 22 килограмм). Һөт кимәлен арттырыуҙа Татарстан республикаһы, Калилинград, Свердловск өлкәһенән, Германиянан алып ҡайтылған тоҡомло малдың роле ҙур. Ирешкән уңыштарыбыҙҙа район киләсәге өсөн битараф булмаған, хеҙмәт һөйөүсән халыҡтың фиҙакәр тырышлығы ята”, - тине ул.
Былтыр еңеү яулаған Рузана Кәшәфетдинова (һауынсы), Ришат Ғәйнуллин, Софья Подшивалова (зоотехник-селекционер) флаг күтәргәндән һуң, ярышҡа старт бирелде. Һауынсылар һәм технологтар теория һәм практикала көс һынашты. Һыйыр һауыусылар араһынан “Кәшәфетдинов” хужалығынан Рузана Кәшәфетдинова - беренсе, Салауат исемендәге хужалыҡтан Зүлиә Иҫәньюлова - икенсе, “Ашҡаҙар”-ҙан Оксана Сарбаева - өсөнсө урынға сыҡты. Көтөүҙе тулыландырыу технолгтары араһында иһә Ришат Ғәйнуллин (Салауат исемендәге хужалыҡ), Марсель Ғөбәйҙуллин (“Дружба”), Павел Пронский (“Ашҡаҙар”) призлы урындарҙы бүлеште. Еңеүселәрҙең һәммәһенә һабантуй байрамында дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырыласаҡ.
Үҙешмәкәр артистарҙың дәртле йырҙары, бейеүҙәре ярышҡа байрам рухы өҫтәне.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Һүрәттә: икенсе йыл рәттән Рузана Кәшәфетдинова еңеүҙе ҡулынан ысҡындырмай.
Автор фотоһы.
Гөлнар Баһауетдинова, һауынсы: “Бындай ярыштарҙа икенсегә ҡатнашам. Үҙ-ара рәхәтләнеп аралашабыҙ, тәжрибә уртаҡлашабыҙ. Беҙҙә хеҙмәт кешеһенең эшен күрә беләләр. Стимул булғас, тырышып эшләйбеҙ”.
Читайте нас: