ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
7 Июнь 2019, 18:50

Фермер булыу еңелме?

Марат Баһауетдинов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы бөгөн уңышлыларҙан һанала. Фермерҙар - райондың тотҡаһы тиһәм, яңылыш булмаҫ. Тарҡалып, бушап ҡалған фермаларҙы төҙөкләндереп, яңыларын төҙөп, мал аҫраған, ер эшкәрткән ябай эшмәкәрҙәр генә түгел, ауыл тормошона яңы һулыш, эш биреүселәр ҙә бит әле.

Марат Баһауетдинов етәкләгән крәҫтиән-фермер хужалығы бөгөн уңышлыларҙан һанала. Фермерҙар - райондың тотҡаһы тиһәм, яңылыш булмаҫ. Тарҡалып, бушап ҡалған фермаларҙы төҙөкләндереп, яңыларын төҙөп, мал аҫраған, ер эшкәрткән ябай эшмәкәрҙәр генә түгел, ауыл тормошона яңы һулыш, эш биреүселәр ҙә бит әле.
Марат Ғүмәр улы фермерлыҡҡа 2007 йылда тотона. Эште үҙ көсө менән башлай. Техниканан бер ”Беларусь” тракторы ғына була. Сәскес, культиваторҙы ҡуртымға алып тора. Башта 7 гектар майҙанда сөгөлдөр, картуф сәсә, кредитҡа 20 баш һыйыр ала. Ергән МТС-нан ҡалған Аҡназар бригадаһы ферма биналарын да ремонтлай. Йылдан-йыл баҫыу майҙанын арттырыуға ирешә, табыш ингән һайын хужалыҡты үҫтереү яғын ҡарай. Әлеге көндә тиҫтәгә яҡын төрлө маркалы техникаһы тупланған, 450 гектар ерҙә арпа, арыш, көнбағыш, үлән сәсә. Сенаж, силос һалыу өсөн соҡорҙары бар. Мал аҙығы запас менән әҙерләнә. Хужалыҡ фермерҙарына ярҙам итеү йөҙөнән ҡаралған төрлө республика программаларында ҡатнашҡан. Бөгөн фермала 100 баш һауым һыйыр, шунса быҙау иҫәпләнә.
(Әйткәндәй, тирә-яҡтағы ауыл халҡы ниндәй шарттарҙа аҫралғанын белеп, уларҙың хужалығынан йыш килеп быҙау һатып ала.) Башта ғаилә ағзалары менән һыйыр һауһалар, һуңға табан эшселәр алырға тура килгән. “Гөлнар Баһауетдинова, Фаягөл Бикбаева, быҙау ҡараусы Әлфиә Шәрипова, механизаторҙар Миңлеяр Вәхитов, Элмир Байморатовтың эшенә һүҙ тейҙерерлек түгел”, - ти Марат Баһаутдинов. Румил улы - уң ҡулы. Аксён ауыл хужалығы техникумында агрономлыҡҡа уҡып сыға, аҙаҡтан Башҡорт дәүдәт аграр университетында белем ала.
Әлбиттә, фермер булыу, үҙ хужалығыңды тотоу - ауыр, тынғыһыҙ һәм сығымлы хеҙмәт. Тырышып, күп төрлө ауырлыҡтарҙы үҙ көсө менәнеңеп сыҡҡандарға һоҡланмай мөмкин түгел. Улар етештергән ауыл хужалығы продукцияһын ауыл, район халҡы ғына түгел, ҡалала йәшәүселәр ҙә яратып көтөп ала. Фермерҙарҙың ярҙамы менән ауыл хужалығы тармағы үҫер, нығыр тиергә нигеҙ бар.
Читайте нас: