ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
17 Июнь 2019, 10:26

“Малҡайҙарға яратып өндәшәм”

Уларҙың эш көнө йәйен ҡояш менән бергә, ә ҡышын дөм ҡараңғыла - иртәнге 3-4-тәрҙә башлана һәм кис тамамлана. Ауыл ерендә, ғөмүмән, һауынсы менән механизатор иң төп һөнәрҙәр һанала. Йәш быуын вәкилдәре араһында әлеге эш абруйлы һаналмаһа ла, заманында улар тураһында кинофильмдар ҙа төшөрөлә, йырҙар, шиғырҙар бағышлана ине.

Уларҙың эш көнө йәйен ҡояш менән бергә, ә ҡышын дөм ҡараңғыла - иртәнге 3-4-тәрҙә башлана һәм кис тамамлана. Ауыл ерендә, ғөмүмән, һауынсы менән механизатор иң төп һөнәрҙәр һанала. Йәш быуын вәкилдәре араһында әлеге эш абруйлы һаналмаһа ла, заманында улар тураһында кинофильмдар ҙа төшөрөлә, йырҙар, шиғырҙар бағышлана ине.
Һыйыр һауыу - бик яуаплы, ауыр эш, ауыл хужалығы тармағының уңышы нәҡ бына һауынсыларҙан тора, сөнки һөт - ауылда төп керем сығанаҡтарының береһе. Ошо һөнәргә 31 йыл ғүмерен бағышлаған Зүлиә Иҫәньюлованың фекере буйынса һауынсы булыуҙың ыңғай яҡтары күп:
- Ауылды, малдарҙы яратҡанға ошо эште һайлағанмын инде. Уларға йырлайым да, әрләйем дә, яратып та өндәшәм. Салауат исемендәге хужалыҡта 13 йыл тирәһе эшләйем. 300 һыйырға - 4 һауынсы.
Һауынсы һөнәренә һәр саҡ ихтыяж бар
Кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе, һәр саҡ эшсе ҡулдар етмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, яуаплы эш булғас, теләһә кемде алып бармайҙар. Ауылда эш юҡ тип зарланыусылар булһа ла, күбеһенең был эшкә барғыһы килмәй.
Тәбиғәт менән хозурланып алыу мөмкинлеге
Бары тик һауынсы ғына йыл әйләнәһе тәбиғәттең иң матур ваҡыттарын күреп хозурлана ала. Йәйге иртәлә эшкә барғанда ҡояштың беренсе нурҙарында ҡойона, ҡышын төндә яуып киткән ҡарҙан һуң бер кем аяҡ баҫмаған урам буйлап беренсе булып эҙ ҡалдыра.
Яҡшы хеҙмәт хаҡы
Башҡа һөнәрҙәрҙән айырмалы, һауынсы ауылда сағыштырмаса яҡшы хеҙмәт хаҡы ала. Әлбиттә, аҡса күктән яумай, зарланмаҫлыҡ итеп түләһендәр өсөн, тырышып эшләргә кәрәк. Өҫтәүенә байрамдарҙа бүләк, аҡсалата премия ла бирәләр.
Уңайлы эш графигы
Ауылда йәшәүселәр генә түгел, күпселек халыҡ 8 сәғәт эштә уҙғара. Төшкө ашҡа ҡайтып өлгөрһәң - өлгөрәһең, өлгөрмәһәң - юҡ. Ә һауынсыға иртәнге һәм киске һауым араһында тынысланып ял итеү мөмкинлеге бар. “Ял итеү” тип аталыусы был мөмкинлеккә төшкө аш әҙерләү, өй йыйыштырыу, кер йыйыу, баҡсалағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ сүпте утау, ҡаралты-ҡуралағы ҡош ҡортто ҡарау, ашатыу һәм башҡа эштәр инә. Ҡышҡы осорҙа ҡыйыраҡҡа тура килә килеүен.
Уҡырға кәрәкмәй
Хәҙерге заманда ҡайҙа ғына эшкә урынлашырға теләһәң дә иң беренсе сиратта тәжрибә менән диплом һорайҙар. Һыйыр һауыусы булып эшләргә теләһәгеҙ, быларҙың береһе лә кәрәкмәй. Бөгөн был һөнәр элеккеһе менән сағыштырғанда, бик күпкә үҙгәрҙе, автоматлаштырылған фермала эшләй ҙә белергә кәрәк.
Көйлө тормош
Һауынсының тормошо көн дә бер төрлө. Хеҙмәт юлында бер ниндәй күтәрелеү булмаған кеүек, аҫҡа төшөү ҡурҡынысы ла юҡ. Тотороҡло, үҙгәрешһеҙ, бер төрлө көйләнгән хеҙмәт. Һикәлтәһеҙ һөнәр эҙләүселәр өсөн - бына тигән эш.
Малҡайҙар менән аралаша белергә лә, тырыш, талапсан булырға ла кәрәк. Шулай ҙа бөгөн һыйыр һауыу процесы механикалаштырылған булһа ла, уға ҡарап ҡына беҙҙең эш еңеләймәй.
Әҡлимә ИМАМОВА.
Читайте нас: